Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, дөйөм алғанда быйыл Башҡортостан биләмәһенән дөйөм суммаһы 2,6 миллиард һумлыҡ 103 000 тоннанан ашыу май продукцияһы (көнбайыш, рапс майы һәм шрот) оҙатылған. Экспортерҙар – “Элеватор”ҙан тыш Шишмә май экстракцияһы заводы. Улар «Сигма» компаниялар төркөмөнә ҡарай. 2019 йылда, Ҡытайҙан тыш, тәьмин ителгән илдәр исемлегенә Балтик буйы илдәре, Тажикстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия ла ингән.