Ауыл уттары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Декабрь 2019, 14:00

Башлыҡ һөҙөмтәле эшләгән өсөн миллиард

Рәсәй Хөкүмәте юғары башҡарма власть органдары етәкселәренең эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген баһалау өсөн билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшкән төбәктәргә бирелеүсе дотациялар (гранттар) күләмен раҫлаған, тип хәбәр итә REGNUМ.мәғлүмәт агентлығы.

Волга буйы федераль округында гранттар 9 төбәк өсөн генә ҡаралған, ә ошо маҡсатҡа федераль бюджеттан бүленеүсе аҡсаның дөйөм күләме 8,945 миллиард һум тәшкил итәсәк. Иң ҙур сумманы – 1,458 миллиард һум – Һамар өлкәһе аласаҡ. Икенсе урында Башҡортостан тора ­– беҙҙең республикаға 1,279 миллиард һум бүләсәктәр. Ырымбул өлкәһе – 1,276 миллиард, Пермь крайы – 1,246 миллиард, Түбәнге Новгород өлкәһе – 1,118 миллиард, Татарстан – 1,113 миллиард, Сыуашстан – 958 миллион, Пенза өлкәһе – 873 миллион, Ульяновск өлкәһе 771 миллион һум аласаҡ.
Марий Эл, Мордва, Удмурт республикалары, Киров һәм Һарытау өлкәләренә быйыл грант эләкмәгән.
Читайте нас: