Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Декабрь 2019, 13:10

Республика Башлығы “Инвестиция сәғәте” форматындағы сираттағы ултырыш үткәрҙе

5 ноябрь көндө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Инвестиция комитетының “Инвестиция сәғәте” форматындағы сираттағы ултырышын үткәрҙе.

Унда Хөкүмәт ағзалары, профилле министрлыҡ һәм ведомстволар, республиканың үҫеш институттары вәкилдәре, шулай уҡ видеоконференция режимында муниципалитеттар башлыҡтары ҡатнашты.
Башҡортостандың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев 2024 йылға тиклем төбәктә еңел сәнәғәтте комплекслы үҫтереү планын тәҡдим итте. Уны тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан 1,5 миллиард һум самаһы йүнәлтеү планлаштырылған. Һөҙөмтәлә яңы инновациялы еңел сәнәғәт предприятиелары булдырыу, эске баҙарҙа контрафакт өлөшөн ныҡлы кәметеү көтөлә. Бында республикала сеймал етештереүселәргә ярҙам иң мөһиме булып тора.
“Ватан сеймалын өҫтөнлөклө һатып алыу мәсьәләһе еңел сәнәғәткә кенә ҡағылмай, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ үҙебеҙҙәге предприятиелар республика етештереүселәренә булышлыҡ итһен өсөн көрәшәбеҙ. Уларға варианттар тәҡдим итегеҙ. Бында шулай уҡ конгресс һәм күргәҙмә эшмәкәрлеге лә мөһим”.
Ултырышҡа саҡырылған предприятие етәкселәре билдәләүенсә, тәҡдим ителгән план тормошҡа ашырылһа, төбәктең еңел сәнәғәте өсөн һөҙөмтә ыңғай буласаҡ. Нәҡ ошо тармаҡҡа йүнәлтелгән проекттар Рәсәйҙә әлегә юҡ.
Ултырышта RAILGO компанияһы нефть һәм нефть продукттарын ташыу өсөн файҙаланылған күсмә тимер юл составы паркын яңыртыу проектын тәҡдим итте. Был маҡсатҡа инвестор 18 миллиард һум йүнәлтергә планлаштыра. Ремонт базаһы Благовещенда төҙөләсәк. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 400-ҙән ашыу эш урыны булдырылыуы күҙаллана.
“Инвестсәғәт”тә ҡатнашыусылар фекеренсә, был тәҡдим өҫтәмә фекер алышыу, эшләп еткереү талап итә. Радий Хәбиров был мәсьәләне ике аҙнанан тағы ла ҡарарға тәҡдим итте.
Фотолар: glavarb.ru
Читайте нас: