Ауыл уттары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Декабрь 2019, 12:15

«Һаҡлыҡ банкы»ның комиссияһы бөтөрөләсәк

Дәүләт Думаһы башҡа төбәктәргә банк аша аҡса күсергәндә түләнә торған комиссияларҙы ғәмәлдән сығарыу тураһында закон ҡабул иткән.

Федераль матбуғат саралары билдәләүенсә, яңылыҡ башлыса физик шәхестәр күсергән аҡсаның 94 проценты тура килгән «Һаҡлыҡ банкы»на ҡағыла. Илдең эре банкы күсерелгән сумманан 1 процент комиссия алып ҡына йылына 18 миллиард һум аҡса эшләй.
«Һаҡлыҡ банкы» идараһы рәйесе Герман Греф әйтеүенсә, банк эсендә төбәк-ара комиссияларҙы бөтөрөү буйынса эш 2020 йылда башлана. Күҙалланыуынса, йылдың тәүге кварталында банк өлөшләтә «Тиҙ түләүҙәр системаһы сервисын ғәмәлгә индерә. Был система клиенттарға аҡсаны телефон номеры буйынса комиссияһыҙ күсереү мөмкинлеге бирә. Үҙәк банк быны илдең эре банкынан йыл дауамында талап иткән.
Автор: Гөлдәриә Йосопова.
Читайте нас: