Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Декабрь 2019, 18:30

“Башҡортостан саҡыра!”

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Башҡортостан саҡыра!» беренсе инвестиция форумы үҙ эшен башланы. Ойоштороусылары — Башҡортостан Хөкүмәте, Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы, Башҡортостандың Конгресс-бюроһы, «Эшлекле Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.

Форумдың төп бурысы — республика биләмәһендә эшләгән һәм яңы инвесторҙар менән «сәғәттең дөрөҫлөгөн тикшереү». Илдең стратегик инвесторҙары менән төбәктең һөҙөмтәле сәйәсәтен формалаштырыу мәсьәләләрен тикшереү ҙә мөһим.
Башинформ агентлығы хәбәр итеүенсә, көндөң тәүге яртыһында «Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы» союзы советының ултырышы асыла, бер нисә секция үҙ эшен башлай. Улар араһында — «Бизнесҡа ярҙам күрһәтеү инфраструктураһы: индустриаль парктар, иҡтисади зоналар, үҫеш институттары», «Бизнес яҡлау аҫтында» һәм «Һанлы донъя. Киләсәккә инвестициялар».
Төштән һуң «Башҡортостан саҡыра!» республика презентацияһы, «Башҡортостан — файҙалы инвестициялар биләмәһе» пленар ултырышы була, уның модераторы булып Рәсәй журналисы һәм телевидение алып барыусыһы Владимир Познер сығыш яһай.
Бынан тыш, «Алға, Башҡортостан!» әүҙем инвесторҙар клубының ултырышын үткәреү күҙаллана.
Хеҙмәттәшлек тураһында алты килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана.
Инвест-диалог өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына федераль башҡарма власть органдары, Рәсәйҙең тура инвестициялар, Сәнәғәтте үҫтереү, Моноҡалаларҙы үҫтереү фондтары вәкилдәре, шулай уҡ Азиянан һәм Европанан 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы, яҡынса 300 компания, 120 киң мәғлүмәт сараһы вәкиле, 25 спикер килгән.
Читайте нас: