Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Декабрь 2019, 13:55

Үҙаллы мәшғүллек менән шөғөлләнеүселәр иғтибарына!

2020 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда йәшәгән һәм үҙаллы мәшғүллек менән шөғөлләнгән кешеләр яңы төр һалым түләй ала. Был хаҡтағы законға Владимир Путин ҡул ҡуйған.

Был башланғыс менән етәксеһе һәм ҡул аҫтында эшләүселәре булмаған, йәғни барыһын да үҙе башҡарған кешеләр, республика биләмәһендә эшләүселәр, йылына 2,4 миллион һумға тиклем (айына уртаса 200 мең һум) аҡса эшләүселәр ( әйткәндәй, айлыҡ килем буйынса сикләүҙәр юҡ, ғинуарҙа 10 мең һум табыш алып, декабрҙә 500 мең алыуығыҙ ихтимал. Йыллыҡ сикте үтмәү генә мөһим. Әгәр был талап үтәлмәһә, ғәҙәти һалым ставкаһы буйынса, йәғни 13 процент һалым түләйәсәкһегеҙ), үҙ ҡулдары менән нимәлер эшләп һатыусылар, хеҙмәт күрһәтеүселәр (фотографтар, маникюр оҫталары, парикмахерҙар, төрлө текст яҙыусылар, сайт эшләүселәр, үҙ өйөндә заказ буйынса торт бешереүселәр) ҡуллана ала. Ҡуртымға фатир биреүселәр ҙә әлеге режим менән файҙаланыу хоҡуғына эйә.
Шуныһы мөһим: үҙаллы мәшғүллек менән шөғөлләнеүселәргә һалым – ул бурыс түгел, ә хоҡуҡ. Теләһәгеҙ, уның менән ҡуллана алаһығыҙ, теләмәһәгеҙ – юҡ.
Ставкалар ҙа ҙур түгел: әгәр башҡа граждандарҙан аҡса килһә – 4 процент, юридик шәхестәрҙән һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан – 6 процент.
Яңылыҡтың төп өҫтөнлөгө йүнселдәрҙең бәләкәй бизнестарын, өҫтәмә шөғөлдәрен легалләштереүгә ҡайтып ҡала.
Тағы ла файҙаһы шунда: эшҡыуарлыҡ менән рәсми рәүештә шөғөлләнеүгә, матбуғат сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә үҙегеҙҙе рекламалау мөмкинлеге. Тағы ла, һалым органдары тарафынан тикшереүҙәрҙән, законһыҙ эшҡыуарлыҡ өсөн штрафтарҙан ҡурҡырға кәрәкмәйәсәк. Бынан тыш,банктарҙан кредит юллағанда килемегеҙҙе рәсми рәүештә күрһәтеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.
Фото: w-beauty.ru
Читайте нас: