Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Ғинуар 2020, 12:15

Ҙур проект уңышлы сафҡа индерелде

Кисә Рәсәй Президенты Төркиәлә булып, илебеҙҙең ҙур проектының уңышлы сафҡа индерелеүенә ҡыуанып ҡайтты. Әле эштәр бының менән генә тамамланмай.

"Төрөк ағымы" газ үткәргесе ике өлөштән тора. Береһенән зәңгәр яғыулыҡ Төркиәгә килһә, икенсеһенән Европаның көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш дәүләттәре файҙаланасаҡ.
Владимир Путин газ үткәргесте эшләтеп ебәреү тантанаһында билдәләүенсә, был бик мөһим проект. Әйткәндәй, Төркиә күптән инде беҙҙең газды ҡуллана. Сөнки "Зәңгәр ағым" газ үткәргесе эшләй. Быныһы иһә - яңы маршрут. Әле беренсе өлөшө асылды, яҡын йылдарҙа Болгария, Сербия, Греция ла ошо газ үткәргестән файҙа күрәсәк.
Төркиә Президенты Рәжәп Тайып Эрдоган да үҙенең сәләмләү сығышында күп көс һалынған "Төрөк ағымы" проектын маҡтаны. Ошо уртаҡ эш ғәмәлгә ашырылғанда Рәсәй менән Төркиә хеҙмәттәшлеге башҡаларға өлгө күрһәтерлек итеп эшләгән, бүтән яңы уртаҡ проекттарға юл асҡан.
Фото: Кремлин.ру
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова, “Йәшлек” гәзите.