Был милли проект "Һанлы мөхитте нормативтар менән көйләү"," Мәғлүмәт инфраструктураһы"," Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар", "Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге", "Һанлы технологиялар”, "Һанлы дәүләт идараһы тип аталған подпроекттарҙы үҙ эсенә ала.
Милли проектҡа ярашлы, 5 йыл эсендә 120 мең кеше мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге юғары белем биреү программаһы буйынса уҡырға алынырға, 10 миллион кеше һанлы грамоталыҡты үҫтереү буйынса онлайн форматта уҡып сығырға, дәүләт вуздарының 100 проценты 2023 йыл аҙағына "Һанлы университет" моделе элементтарын индерергә, 2024 йыл аҙағына барлыҡ йорт хужалыҡтарының 97 процентында юғары тиҙлекле интернет булдырырға тейеш.
Бынан тыш, 2024 йылда Рәсәйҙә граждандың "электрон паспорт"ы системаһы эшләй башлаясаҡ.
Әлеге мәлдә проекттың "Һанлы технологиялар" йүнәлеше тормошобоҙға көндән-көн нығыраҡ үтеп инә. Әйтәйек, республикала түләүһеҙ 20 федераль каналды юғары сифатта ҡарарға була. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, пенсионерҙар һәм мохтаждарға һанлы ҡулайлама йәки спутник ҡоролма алыу өсөн компенсация түләнә.