Ауыл уттары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Октябрь 2020, 12:15

Белергә кәрәк

Айлыҡ аҡсалата компенсация алам тиһәң...

Республика халҡы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса шәхси компенсацияны онлайн тәртибендә үҙаллы иҫәпләй ала. Яңы сервис Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығы тарафынан эшләнгән.

Калькуляторҙы ҡулланыу өсөн Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең рәсми сайтындағы төп сәхифәгә (https://calc.bashkortostan.ru/EDK_calc/) инергә кәрәк.

Мәғлүм булыуынса, быйыл 1 июлдән граждандарҙың ташламалы категорияларына – һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына, инвалидтарға, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, радиация йоғонтоһона эләккән кешеләргә, ишле ғаиләләргә торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымды айлыҡ аҡсалата компенсациялау күләмен иҫәпләү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Хәҙер уның күләмен аныҡ билдәләү өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәт хаҡы, граждандың был хаҡты әлеге айҙың 10-ына тиклем түләү-түләмәүе иҫәпкә алына, йәғни сентябрь өсөн хаҡты 10 октябргә тиклем түләп ҡуйыу шарт.

Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: