Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Декабрь 2020, 11:25

Был ауылда ғүмерҙә лә электр булмаған

Электр линияһы 2018 йылда ғына унда килеп етә. Нисек йәшәгәндәр икән...

Ике-өс йыл элек Башҡортостанда электр үтмәгән 3-4 ауыл була. Белорет районының Отнурок ауылында ғүмерҙә электр булмай. Уның тирәһендә совет заманында «Вечный зов» һәм «Пропавшая экспедиция» фильмдары төшөрөлә, ауыл үҙе Белорет ҡалаһынан 6 ғына километрҙа ята, әммә былар ҙа ярҙам итмәй уға электрға тоташтырылыуға. Һуңғы йылдарҙа халҡы генераторҙан файҙалана. 2018 йылда, ниһайәт, Отнурокҡа электр линияһы килеп етә.
Өс йыл элек Ҡариҙел районындағы Тат-Ҡоҙаш ауылына ут килә.
Ә ошо көндәрҙә Өфө – Белорет трассаһынан алыҫ булмаған Ҡолмас ауылына электр барып етте. Ауылға 1921 йылғы аслыҡтан һуң Собханғол ауылынан күсеп ултырыусылар нигеҙ һалған. Ҡасандыр 70-ләп өй була. Электр булмағас, күптәр күсеп китә. 14 кеше генә йәшәп ҡалған ауыл тик генератор менән көн күрә, был тирәлә трасса буйында ике кафе булып, уларҙы ла генератор менән эшләтәләр, генератор өсөн ай һайын тиҫтәләрсә мең һумлыҡ солярка яғалар. Ниһайәт, ауыл электр уңайлыҡтарына эйә булды.
Һүрәттә: Ҡолмас ауылы.
Башинформ фотоһы.
Читайте нас: