Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Ғинуар 2021, 02:00

Резервтар бар әле

Күп йылдар дауамында райондың ҡулланыусылар йәмғиәте, тармаҡлы структура булараҡ, халыҡты көн дә кәрәкле тауарҙар һәм хеҙмәттәр менән тәьмин итә. “Йылайыр” ҡулланыусылар кооперативы дүрт мөһим өлкәне берләштерә: әҙерләү, етештереү, сауҙа һәм дөйөм туҡланыу. Ошо тармаҡтарҙың һәммәһендә лә эш алып барырға тырыша районыбыҙ ҡулланыусылар йәмғиәте.

Яңыраҡ “Йылайыр” ҡулланыусылар йәмғиәтендә пайсы вәкилдәренең дөйөм отчет-һайлау йыйылышы уҙҙы.

Йыйылыштың эшендә район хакимиәте башлығының урынбаҫары – финанс идаралығы начальнигы С.В. Парфенова, Башпотребсоюз дың сауҙа эше буйынса әйҙәүсе белгесе А.Р. Әхмәҙиева, Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы А.Г. Годуленко ҡатнашты.

Йыйылышты “Йылайыр” ҡулланыусылар кооперативының пайсылары вәкилдәренең дөйөм йыйылышы рәйесе Ю.С. Емельянов алып барҙы.

“Йылайыр”ҡулланыусылар кооперативының 2012 – 2017 йылдарҙағы финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре, тармаҡты үҫтереү буйынса планлы күрһәткестәрҙе башҡарыу, сауҙа эшмәкәрлегенең эффектлылығын күтәреү, шул иҫәптән сығымдарҙы кәметеү иҫәбенә, “Берҙәм IT платформаһында автоматлаштарыу нигеҙендә сауҙа объекттарын контролләү” тураһында отчет доклады менән ҡулланыусылар кооперативы советы рәйесе Г.В. Туленков сығыш яһаны.

Үҙенең сығышында ул ҡулланыусылар кооперативының барлыҡ тармаҡтары эшмәкәрлегенә ентекле анализ эшләне,өлгөшелгән уңыштарҙы барланы, проблемаларҙы һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләне, айырым эштәрҙе әүҙемләштереү буйынса төп йүнәлештәргә туҡталды.

Доклад буйынса фекер алышыуҙа билмән цехының мөдире И.Н. Матвеева сығыш яһаны.

“Йылайыр” ҡулланыусылар кооперативының 2016 йылға балансын раҫлау һәм килемдәрҙе бүлеү буйынса мәғлүмәт менән ойошманың баш бухгалтеры О.В. Воробьева таныштырҙы.

Ревизия комиссияһының эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында Е.В. Анисимова һөйләне.

Көн тәртибенә ярашлы, пайсы уполномоченныйҙарының дөйөм йыйылышы менән ревизия комиссияһының һәм советының яңы составы, совет рәйесе, пайсы вәкилдәренең дөйөм йыйылышының рәйесе һәм секретары , шулай уҡ Башпотребсоюздың пайсы вәкилдәренең дөйөм йыйылышына беҙҙән барасаҡ делегат һайланды. “Йылайыр” ҡулланыусылар кооперативы советының рәйесе итеп яңынан Г.В. Туленков һайланды. Геннадий Васильевич шулай уҡ Башпотребсоюздың пайсы кәкилдәренә дөйөм йыйылышында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.

Йыйылыш барышында шулай уҡ Башпотребсоюздың сауҙа эше буйынса әйҙәүсе белгесе А.Р. Әхмәҙиева ойошманың 2016 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында сығыш яһаны. Район хакимиәтенең эш йомғаҡтары, төрлө предприятие, ойошма һәм учреждениеларҙың бөгөнгө көнгә ҡарата финанс-иҡтисади хәле тураһында район хакимиәте башлығының урынбаҫары С.В. Парфенова һөйләне. Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәтенең “Йылайыр” ҡулланыусылар кооперативы менән бөтә йүнәлештәрҙәге хеҙмәттәшлеге тураһында А.Г. Годуленко һөйләне. Сығыш яһаусылар кооператорҙарға уңышлы эштәрендә артабан да яңы үрҙәр, һаулыҡ һәм именлек теләне.

Читайте нас