Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Июль 2021, 09:10

2020 йылда республика бюджеты 261,5 млрд һумға тулыланған

2020 йылда Башҡортостандың консолидацияланған бюджетына 261,5 млрд һум аҡса кергән, был 2019 йылғы кимәлгә ҡарата 109,2 процентҡа тигеҙ. Был турала республика финанс министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Һалым һәм һалым булмаған килемдәргә 164,9 млрд һум, йәки планға ҡарата 101,3 процент тура килә. 2019 йылғы керемдәр менән сағыштырғанда кәмеү 22,95 млрд һум (12,2%) тәшкил итә.
Бюджетты тулыландырған төп сығанаҡтар араһында беренсе итеп физик шәхестәрҙең килеменә һалым аталған. Дөйөм алғанда ул 62,1 млрд һум, йәки һалым һәм һалым булмаған килемдәр суммаһының 37,6 процентын тәшкил итә, 2019 йылғы кимәлгә ҡарата 7 процентҡа артҡан.
Ойошмаларҙың килеменә һалынған һалымдырға 32,6 млрд һум, йәки дөйөм сумманың 19,8%), тура килә. Йыл эсендә ул бик ныҡ – 1,6 тапҡырға ҡыҫҡарған.
Мөлкәт һалымынан керемдәр 7,5 процентҡа кәмегән, һөҙөмтәлә уларға 18,3 млрд һум, йәки 11,1% тура килә.
Йыйылма килемгә һалым 1,9 процентҡа ҡыҫҡарып, 9,1 млрд һумға тигеҙ.Иң күп зыянды акциздар күргән – улар 6,7 процентҡа ҡыҫҡарған. Күләмдәре буйынса улар 22,4 млрд һумға тигеҙ булған, йәғни бюджет керемдәренең 13,6 процентын тәшкил иткән.
Дәүләт һәм муниципалитеттар милкендә булған мөлкәтте файҙаланыуҙан керемдәр 12,3 млрд һум тәшкил иткән (һалым һәм һалым булмаған килемдәр суммаһының 7,5 проценты). Улар 4,3 млрд һумға, йәки 2019 йылғы менән сағыштырғанда 1,3 тапҡырға кәмегән. Шул уҡ ваҡытта кире ҡайтарылмай торған керемдәр, 1,9 тапҡырға артып, 96,7 млрд һумға еткән (килемдәрҙең 37 проценты).
2020 йылда Башҡортостандың консолидацияланған бюджеты сығымдары 298,9 млрд һум күләмендә финансланған (+16,9%). Килем өлөшө менән айырма 37,35 млрд һум тәшкил итә.
Ведомствола аныҡлауҙарынса, бюджет учреждениеларын, автономиялы һәм башҡа ойошмаларҙы субсидиялауға сығымдарҙың 45,3 проценты, социаль пособиеларға, халыҡҡа өҫтәмә һәм башҡа түләүҙәргә – 22,0 проценты, капитал һалыуҙарҙы һәм юл хужалығын финанслауға 17,2 проценты тура килә.
Башҡортостан бюджеты 219,9 млрд һумға тулыланған (+10,6%), уның сығымдары 259,4 млрд һум тәшкил иткән (+20,6%). 2020 йылда урындағы бюджеттарҙың килемдәр өлөшө 120,7 млрд һумға үтәлгән. Шуларҙың 20,7 млрд һумы – муниципаль райондар бюджетына, 21 млрд һумы ҡала округтары бюджетына кергән. Сығымдар, 2019 йылғы кимәлдән 0,6 процентҡа кәмерәк булып, 118,3 млрд һум тәшкил иткән.
Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаровтың ошонан алдараҡ РБК-Өфө каналына аңлатып китеүенсә, 2020 йылға ла, 2021 йылға ла республика бюджеттары “шаҡтай көсөргәнешле”. Был төр һалым түләүселәрҙең һалымдарҙы түләү, беренсе сиратта, килем һалымдарын түләү күләмен һиҙелерлек кәметеүе менән бәйле, сөнки улар ҡатмарлы хәлгә юлыҡты һәм башҡа килешеүҙәр менән сикләнелде.
“Был, әлбиттә, республика бюджетына керемдәрҙе 15,6 процентҡа кәметте, ә коронавирусҡа, һаулыҡ һаҡлауға тотоноуҙарыбыҙ менән бәйле сығымдарыбыҙҙы 18 процентҡа арттырҙы. Бына ошолар тотог финанс хәлен көсөргәнешле итә лә инде. Ләкин бөтә был саралар һәм финанс эштәренә һәр яҡлап үлсәп ҡарау, иманым камил, 2020 һәм 2021 йылдар осорон ярайһы уҡ тотороҡло үтергә мөмкинлек бирәсәк”, – тип һығыҡ өҫтөнә алды ул.
Е.СИНИЦЫНА.
(Тулыраҡ – РБК-ла:
https://ufa.rbc.ru/ufa/01/02/2021/60143b5f9a7947696ebd2905
Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: