Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы 2020 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы субъекттары башҡарма власть органдарының сәнәғәт өлкәһендәге эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген баһалай.
2020-2021 йылдар йомғаҡтары буйынса Башҡортостан беренсе урынды алды, 2022 йылда иһә өсөнсөлә ине. Хәҙер республика сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында йәнә беренсе баҫҡыста.
Рейтингта икенсе урынды Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе бүлеште, өсөнсө урында – Краснодар крайы. Тәүге унау иҫәбендә шулай уҡ Санкт-Петербург, Ростов өлкәһе, Татарстан, Силәбе, Түбәнге Новгород, Омск, Свердловск һәм Рязань өлкәләре бар.
Рейтинг биш блоктың 42 күрһәткесен баһалау нигеҙендә төҙөлгән.
«Һуңғы йылдарҙа республикала алып барылған системалы эш үҙ емештәрен бирә. Санкция баҫымына һәм ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, беҙҙең сәнәғәт тотороҡло үҫешә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт етештереүе үҫеше – 6,5%, быйыл тәүге биш айҙа 7,4% процент тәшкил иткән. Беҙ Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Сәнәғәтте үҫтереү фонды менән әүҙем эшләйбеҙ. Тармаҡ кластерҙарын үҫтерәбеҙ, индустриаль һәм сәнәғәт парктары асабыҙ. Импортты алмаштырыу мәсьәләләре менән шөғөлләнәбеҙ. Инновацион проекттарға ярҙам итәбеҙ. Предприятиелар менән һөҙөмтәле тура бәйләнеш булдырабыҙ. Квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ», – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Республикабыҙ ғәмәлдәге сәнәғәт кластерҙары (улар беҙҙә 13), индустриаль парктар һәм технопарктар һаны буйынса алдынғы урында. Башҡортостанда бөтәһе 12 индустриаль парк һәм 19 технопарк бар.
Күпселек төбәктәр өсөн кеүек үк, республика өсөн дә производстволарҙы кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе мөһим. Бөгөн конструкторҙарға, технологтарға һәм айтишниктарға ихтыяж ҙур.
Сығанаҡ: Башинформhttps://bash.bashinform.ru/