Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Календарь мероприятий к празднованию 75-й годовщины Великой Победы

Информация о проводимых в Зилаирском районе мероприятиях, посвященных 75-летию Победы.

ЙЫЛАЙЫР РАЙОНЫНДА БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕҢ 75 ЙЫЛЛЫҒЫНА АРНАЛҒАН ТӨП САРАЛАР


Хөрмәтле Йылайыр районы халҡы!

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған барлыҡ саралар илдәге эпидемиологик хәл-торошоҡа бәйле райондың вазифалы кешеләре һәм ирекмәндәр тарафынан тамашасыларһыҙ ойоштороласаҡ! Зинһар өсөн өйҙә ҡалығыҙ: барлыҡ саралар ҙа онлайн-режимда үтә.


1. НИМӘ: БӨТӘ РӘСӘЙ "ГЕОРГИЙ ТАҪМАҺЫ" АКЦИЯҺЫ

Ҡайҙа: райондың барлыҡ ауылдарында

Ҡасан: 4.05 – 5.05.2020

Ентеклерәк: Бөйөк Ватан һуғышына арналған, йыл һайын үтә торған иҫтәлекле акция Башҡортостандың ҡала һәм райондарында бара. Активистар иҫтәлек һәм хәтер көнө алдынан, Георгий таҫмаларын магазин һәм аптекаларҙа ҡалдырасаҡ.




2. НИМӘ: "ЕҢЕҮ ЙЫРҘАРЫ" ФЛЕШМОБЫ

Ҡайҙа: социаль селтәрҙәрҙә

Ҡасан: 09.05.2020

Ентеклерәк: Йылайыр районының мәҙәниәт бүлеге халыҡҡа онлайн-концерт ойоштора. Концертты киләһе һылтанмалар буйынса ҡарарға мөмкин: https://ok.ru/profile/581542018222, https://vk.com/club194808258, https://vk.com/rdk_zilair



3. НИМӘ: ОНЛАЙН ФОРМАТТА "ҮЛЕМҺЕҘ ПОЛК" АКЦИЯҺЫ

Ҡайҙа: социаль селтәрҙә

Ҡасан: 05.05.-09.05.2020

Ентеклерәк:

1. Сайттарҙың береһенә түбәндәге һылтанмалар буйынса инергә:
https://2020.polkrf.ru
http://polk.press
http://aif.ru
"Вконтакте"йәки "Одноклассники" социаль селтәрҙәрендә - miniapp бүлегенә
https://sber9may.ru
2. Социаль селтәр аша раҫланырға (ВКонтакте, Одноклассники йәки Facebook соцселтәрҙәре аккаунты аша инергә була)
3. Фотографияны урынлаштырырға (фотола һеҙҙең ветеран булырға тейеш, янында башҡа кешеләр булыуы рөхсәт ителмәй, фото ҡырын йә баштүбән тормаһын, ниндәйҙер рамкалар һәм яҙыуҙар булмаһын)
4. Яҡынығыҙ тураһында кәрәкле мәғлүмәтте тултырырға, талаптарға ярашлы итеп фотоны урынлаштырырға.



4. НИМӘ: ҺӘЙКӘЛ ҺӘМ ОБЕЛИСКЫЛАРҒА СӘСКӘЛӘР, ВЕНОКТАР ҺАЛЫУ


Ҡайҙа: райондың ауылдарында

Ҡасан: 09.05.2020

Ентеклерәк: райондың вазифалы кешеләре һәм ирекмәндәр батырҙарыбыҙ иҫтәлегенә арналған һәйкәлгә тамашасыларһыҙ ғына сәскәләр, веноктар һаласаҡ. Сараларға барыуҙан тыйылып тороуығыҙҙы һәм үҙҡурсалау режимын теүәл үтәүегеҙҙе һорайбыҙ.




5. НИМӘ: ВЕТЕРАНДАРҘЫ ТЕЛЕФОН АША ҠОТЛАУ

Ҡасан: 09.05.2020




6. НИМӘ: "БЕР МИНУТ ТЫНЛЫҠ" БӨТӘ РӘСӘЙ АКЦИЯҺЫ, КҮМӘКЛӘП "ЕҢЕҮ КӨНӨ" ЙЫРЫН БАШҠАРЫУ

Ҡайҙа: райондың баррлыҡ ауылдарында

Ҡасан: 09.05.2020, 19:00

Ентеклерәк: "Бер минут тынлыҡ"ҡа барлыҡ эфирҙар туҡтала. Шунан һуң һәр кемгә үҙҙәренең яугир атай-олатайҙарының фотоһүрәттәрен тотоп балконға сығырға йәки тәҙрәләрҙе асырға һәм "Еңеү көнө" йырын башҡарырға тәҡдим ителәсәк.





7. НИМӘ: "ЕҢЕҮ ФОНАРИКТАРЫ" ДӨЙӨМ РӘСӘЙ АКЦИЯҺЫ

Ҡайҙа: райондың барлыҡ ауылдарында


Ҡасан: 09.05.2020, 23.45.

Ентеклерәк: 23:45 сәғәттә кешеләр "фонариктар" - майшәмдәр, көнкүреш фонарҙары, телефон яҡтылығы тотоп, балконға сыға йә тәҙрә янына баҫа. Сараның маҡсаты - "Үлемһеҙ полк" менән урам буйлап йөрөй алмаған саҡта берҙәмлекте тойоу һәм күрһәтеү.




Бөйөк Еңеү байрамы менән! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек һәм бәхеттәр теләйбеҙ!




Читайте нас: