Ауыл уттары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәйриә
28 Октябрь 2019, 19:18

30-сы йылдарҙың әсе һабағы

Тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, үткән быуаттың 30-сы йылдарында Башҡортостанда сәйәси, иҡтисади һәм социаль тормошто яйға һалыу бик ҡатмарлы шарттарҙа бара. Илебеҙҙең яңы конституцияһы проектын тикшереү барышында ике автономиялы республиканы – Башҡортостан менән Татарстанды – союздаш республикалар итеп үҙгәртеп ҡорорға тәҡдим ителә.

Ләкин И.В.Сталин был тәҡдимде кире ҡаға. 1937 йылдың июнендә Советтарҙың Бөтөн Башҡортостан съезы республиканың яңы Конституцияһын ҡабул итә. Ул СССР-ҙың, РСФСР-ҙың төп закондары өлгөһө буйынса эшләнә һәм уларҙың төп положениеларын ҡабатлай. Социаль-сәйәси һәм мәҙәни проблемалар буйынса үҙҙәренең айырым ҡарашы булған йәки Башҡортостан Республикаһы үҙаллылығын, автономияһын яҡлаусы күп эшмәкәрҙәр вазифаларынан бушатыла, репрессиялар башлана.
1937 йылдың 4-6 октябрендә ВКП(б) Үҙәк комитетының сәркәтибе А.А.Жданов Башҡортостан өлкә комитетының партия ойошмаһы тарихында иң ҙур фажиғәләрҙең береһе булған пленумына етәкселек итә. Пленумда күп кенә коммунистар буржуаз милләтселектә, троцкистар-бухарин-сылар блогында булыуҙа, ҡоротҡослоҡта һ.б. ғәйепләнә. Пленумдан һуң уҡ етәкселәрҙән 247 кеше ҡулға алына. Шунан һуңғы бер йыл эсендә партияның район комитеттарының 44 беренсе, 46 икенсе сәркәтибе, 40-тан ашыу район башҡарма комитеты рәйесе, 30 МТС директоры, 168 халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре партиянан сығарыла һәм эшенән бушатыла. Райондарҙа бик күп кеше ҡулға алына.
1937 йылдың 20 октябрендә үткәрелгән БашЦИК сессияһында “халыҡ дошманы булған өсөн”, “халыҡ дошмандары менән бәйләнештә торған өсөн”, “синфи уяулыҡты йомшартҡан өсөн” 156 ағзанан 47-һе башҡарма комитет составынан сығарыла.
Республиканың юға-ры власть етәкселәре: партияның өлкә комитеты сәркәтиптәре Я.Быкин менән Ә.Иҫәнсурин, үҙәк башҡарма комитет рәйесе А.Таһиров, совнарком етәксеһе З.Булашев, дәүләт планы рәйесе Ш.Дауытов, үҙәк комсомол комитеты сәркәтибе Ш.Тимерғәлина һәм башҡа дәүләт эшмәкәрҙәре репрессия тоҙағына эләгә.
Башҡортостанда автономия өсөн көрәш ил эсендә барған граждандар һуғышы ҡаһармандары – М.Мортазин, С.Иш-мырҙин, Ә.Бикбаув, М.Ҡарамышев, Ғ.Мөхә-мәтйәров кеүек тиҫтә-ләгән ил азаматтары ла был сәйәси золом ҡорбаны булдылар.
Йәш республика-быҙҙың милли сәнғәте, мәҙәниәте, әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергән ижади ойошмалар вәкилдәре лә ҡулға алына һәм үлемгә дусар ителә. Мәҫәлән, яҙыусыларыбыҙ Афзал Таһиров, Ғабдулла Амантай, Ғөбәй һәм Һәҙиә Дәүләтшиндәр, Имай Насыри, Төхфәт Йәнәби, йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтов һәм башҡалар иң ҡаты язаға хөкөм ителә.
30-сы йылдарҙа “халыҡ дошманы” мөһөрө менән республиканың 50 меңдән ашыу кешеһе репрессиялана, шуларҙың 6 мең ярымдан күберәге башҡорт милләтенән була.
Йылдар үтеү ме-нән сәйәси репрессия ҡорбандарының исемдәре аҡланды, әммә ил тарихына ҡара тап булып инеп ҡалған ул ҡанлы золом халыҡ хәтеренән юйылмаясаҡ, ул фажиғәле ваҡиғалар һәр быуын өсөн әсе һабаҡ булып күңелдә уйылып ҡаласаҡ.
Т. Исмәғилев.
Читайте нас: