Йылайыр районы йәштәре берлеге – Өфө ҡалаһында уҡып йөрөгән студент яҡташтарыбыҙҙың йәмәғәт ойошмаһы. Уларҙың республиканың баш ҡалаһында ҡуйған “Йөрәктән – йөрәккә” тип исемләнгән хәйриә концерты хаҡында гәзитебеҙ биттәрендә яҙғаныбыҙ булды. Йәштәр, матур башланғыстарын дауам итеп, ошондай уҡ концерты үрҙә әйтеп үтелгән ауылдарҙа ла ҡуйҙылар. Уларҙың инициативаһын район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге ла күтәреп алды һәм концерттарҙы ойоштороуҙа ярҙам итте.
“Йөрәктән – йөрәккә” концертының төп маҡсаты – концерт ярҙамында тупланған аҡсаны Матрай ауылында урынлашҡан балалар һәм үҫмерҙәр социаль приюты мәнфәғәтенә йүнәлтеү.
Йәштәр әҙерләгән был сара бик йөкмәткеле һәм бай булды. А. Айытҡолов, Н. Бикбулатова, А. Мостафин, Й. Ғәлиәкбәрова башҡарыуында йырҙар, “Йәшмә” бейеү ансамбле (етәксеһе Г. Арыҫланова), Й. Ғәлиәкбәрованың һәм А. Тусалинаның яңғыҙ бейеүҙәре, А. Монасиповтың ҡурай моңо, приют әҙерләгән видео таҫмалар, “Алтынҡайым” ҡыҫҡа метражлы фильмы (режиссер Н. Иҫәнбаева), Й. Тусалина, Й. Ғәлиәкбәрова һәм Т. Таһирова яттан һөйләгән тетрәндергес “Ҡалдырма, әсәй!”(автор А. Баймәхәмәтов) әҫәренән өҙөк – быларҙың барыһы йыйылған халыҡтың күңеленә хуш килде.
Тағы ла бер нәмә – концертта тотош ғаиләләрҙең ҡатнашыуы һоҡландырҙы. Мәҫәлән, Йылайыр ауылынан Хәмитовтар сараның бер биҙәге булғандыр: Люциә менән Илшат һәм уларҙың ҡыҙҙары Ләйсән тамашасыларға йыр бүләк итһә, улдары Арыҫлан бейеүе менән ҡыуандырҙы. Талантлы ла, миһырбанлы ла ғаилә икән Хәмитовтар.
Әйтеп үткәнемсә, сығыш яһаусы студенттар – райондың төрлө ауылдарынан. Шуға ла, балаларын ошо концертҡа алып йөрөгән, бер-ике сәғәт алдан килеп репетицияларҙы, аҙаҡ, тамаша тамамланғас, балаларының йыйынғандарын, дуҫтары менән аралашҡанын түҙемле көтөп ултырған ата-әсәләр ҙә маҡтауға лайыҡ.
Ҡашҡар һәм Матрай ауылдарында үткән хәйриә концерттары – күмәк кеше ҡатнашҡан, күләмле, фантазия һәм түҙемлек талап иткән эш. Ләкин уның һөҙөмтәһе – балаларҙың йылмайыуы, бер мәлгә генә булһа ла бөтөнләй ят кешеләрҙән хәстәр һәм иғтибар алыуҙан рәхәтлек кисереүҙәре барыһын да ҡаплай.
Матрай ауылында үткән концерттан һуң һүҙ социаль приют директоры С.Б. Сәйфуллинаға ла бирелде. Светлана Баязит ҡыҙы хәйриә концертын ойоштороусыларҙың, йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, изге күңелле булыуҙарына һоҡланыуын белдерҙе, йәйге каникул тип ҡарап тормай, төрлөһө төрлө ауылдан йыйылышып, изге ғәмәл башҡарыуҙарын маҡтаны, иң йылы теләктәрен һәм оло рәхмәтен еткерҙе.
Әлеге көндә Йылайыр районы йәштәре берлеге ойошторған хәйриә концерттарынан бөтәһе 13 мең һумдан ашыу аҡса йыйылған. Ул, социаль приют директоры С. Б. Сәйфуллина әйтеүенсә, яҙыу-һыҙыу кәрәк-яраҡтарына, һауыт-һабаға, ремонтта (әлеге ваҡытта приютта ремонт эштәре ҡайнай) кәрәк буласаҡ ваҡ-төйәккә тотоноласаҡ.
Йылайыр районы йәштәре берлеге ойоштороп ебәргән был проектҡа республиканың ҡалған йәштәре лә ҡушылып китер һәм ул йыл да ҡабатланған матур йолаға әйләнер, тип ышанғы килә.