Пограничниктар Тыуған ил сиген һаҡлап ҡына ҡалмай, контрабанданы, законһыҙ рәүештә ҡорал менән сауҙа итеүҙе, легаль булмаған миграцияны иҫкәртеү, сик буйында төрлө ҡораллы енәйәтселәр ойошмаларын асыҡлау кеүек үтә яуаплы эштәрҙе үҙ иңенә ала.
Был көндә Юлдыбай һәм Матрай ауылдары пограничниктары Матрай балалар приютында булып, унда тәрбиәләнеүселәргә уйынсыҡтар бүләк итте. Пограничниктар билдәләүенсә, бындай хәйриә акцияһын улар йыл да уҙғарырға йыйына.