Дүрт пилот төбәктә (Камчатка крайында, Башҡортостан Республикаһында, Ульяновск һәм Новгород өлкәләрендә) хәҙер, 8-800-303-303-0 ҡыҙыу линия телефонына шылтыратып йәки vernap.ru сайтына инеп, ҡаты сирле балаһын дауалауға йүнәлтмә алыу, дауалау өсөн кәрәкле аҡса эҙләү, ярҙамдың үҙен тиҙләтеү кеүек, ҡайһы саҡта ата-әсә өсөн йырып сыҡҡыһыҙ булған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе тиҙләтергә мөмкин.
“Дөрөҫ йүнәлеш” проекты ҡасандыр үҙҙәре ошондай ғаиләләрҙың ыҙалары менән үҙҙәре осрашҡан, кәрәкле ярҙамды алыу алгоритмын ғәмәлдә тикшергән кешеләр тарафынан төҙөлгән. Хәйриә хеҙмәте төҙөү идеяһының авторы – “Благотворительная служба поиска медицинской помощи” коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһының (АНО) генераль директоры Антон Яремчук. “Беҙҙең күптәребеҙгә таныштары яҡын кешеһен дауалауҙа ярҙам итеүен һорап, бер тапҡыр булһа ла мөрәжәт иткәне барҙыр. Кемдер маташып-маташып та дауалауға йүнәлмә ала алмаған, кемдеңдер, йүнәлтмә була тороп та, дауалауға түләргә аҡсаһы юҡ. Һөҙөмтәлә беҙ, 100-ҙән ашыу осраҡты тикшереп, бындай эште системалаштырырға ҡарар иттек”, – тип ?өйләй Яремчук.
Эксперттар ата-әсәләргә ҡаты сирле балаларын дәүләт, хәйриә фондтары һәм эре компаниялар иҫәбенә дауалауға йүнәлтмә алырға бушлай ярҙам итәсәк. Ҡатмарлы осраҡтарҙы ауырыу бала медицина ярҙамын ысынлап та алғанға тиклем алып барып еткереү планлаштырыла.
БРХФ башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Сергей Горбунов әйтеүенсә, был бик ауыр психологик хеҙмәт, уның ни ҡәҙәр мөһим булыуын баһалап еткермәү хилаф. Ете көндә генә хәйриә хеҙмәтенә 120-нән ашыу кеше шылтыратҡан, 16 осраҡ буйынса эш алып барыла ла инде. “Төбәктәр был эшкә әүҙем ҡушылдылар, ошондай хеҙмәт барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәтте халыҡҡа еткереүҙә ярҙамлашалар, – ти Сергей Горбунов. “Дөрөҫ йүнәлеш” тураһында буклеттар күп функциялы үҙәктәрҙең офистарында ла бар хәҙер.
Проектты Стратегик инициативалар агентлығы, пилот төбәктәрҙең хакимиәттәре хуплап ҡабул итте. Хәйриә хеҙмәтенең партнерҙары булып “VIRIDIAN” компаниялар төркөмө, Росконгресс фонды һәм “Контент” фонды сығыш яһай.
Хәйриә хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре баланың законлы вәкилдәре булған Рәсәй граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарай. Варианттар эҙләүгә медицина документтарын өйрәнгәндән һуң тотоналар. Хәйриә фондтарына аҡса һорап мөрәжәғәт итеү өсөн ғаиләнең финанс хәле тураһында белешмә талап ителеүе мөмкин.
Башҡортостан Республикаһында хәйриә хеҙмәтенең ҡыҙыу линияһы иртәнге сәғәт 10-дан киске 7-гә тиклем эшләй.