Ауыл уттары
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәйриә
26 Сентябрь 2023, 15:15

“Йылы ойоҡбаш” оҫталыҡ дәрестәре дауам итә

Бындай оҫталыҡ дәрестәре хәҙер кесе йома һайын уҙғарыласаҡ.

“Йылы ойоҡбаш” оҫталыҡ дәрестәре дауам итә
“Йылы ойоҡбаш” оҫталыҡ дәрестәре дауам итә

"Йәшә" хәйриә акцияһында ҡатнашыу сиктәрендә райондың Ғаилә үҙәге хеҙмәткәрҙәре, Президент гранттары фонды ярҙамында, мобилизацияланған һалдаттар өсөн йылы йөн ойоҡбаштар бәйләү буйынса "Йылы ойоҡбаш" оҫталыҡ дәрестәрен үткәреүҙе дауам итә.
 Ил һаҡсыларының яҙмышына битараф булмаған һәр ҡатын-ҡыҙ хәйриә акцияһына ҡушыла ала.

Һәр кем ошо проектты үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә алыуын һыҙыҡ өҫтөнә алабыҙ. Бының өсөн, үрҙә әйтеп киткәнебеҙсә, ғаилә үҙәгенә килеп йәки өйҙә йылы ойоҡбаштар бәйләп алып килеп тә ҡатнашырға була.
– “Йәшә” хәйриә акцияһында ҡатнашып, оҫталыҡ дәрестәренә килеүселәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташ ир-егеттәребеҙгә һеҙҙең ҡул йылығыҙҙы һаҡлаған һәм изгелегегеҙҙе өләшкән йылы ойоҡбаштар бик кәрәк! – тип билдәләй үҙәк ҡыҙҙары.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: