Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәйриә
26 Июнь , 15:25

Шундай яҡташыбыҙ бар беҙҙең!

Ҡайһы берәүҙәрҙә илһөйәрлек тойғоһо көслө була. Ватаным, илем, ерем тип бихисап эштәр башҡара ундайҙар. Берәүҙәр үҙ аҡсаһына мәктәп ремонтлай, икенселәр ағас ултырта, ә кемдер күршеһенә утын алып килә.  

Шундай яҡташыбыҙ бар беҙҙең!
Шундай яҡташыбыҙ бар беҙҙең!

Ошондай тырыш яҡташтар өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Атайсал” проектын башлап ебәрҙе. Ул проект 2021 йылда тормошҡа ашырыла башланы. Ул республика халҡының көнүҙәк проблемаларын хәл итеүгә, тыуған яғының яҙмышына битараф булмаған меценаттарҙың тормошон еңеләйтеүгә йүнәлтелә. 

Йылайыр районына һәм уның халҡына ҡулынан килгәнсә ярҙам иткән ошондай меценаттар бар. Шуларҙың береһе – Матрай ауылынан Ирек Фәхретдин улы Мәҡсүтов.

Ситтә эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңыш ҡаҙанған яҡташыбыҙ тыуған ауылы үҫешенә күп көс һала. Ул үҙе Ямал-Ненец автономиялы округының Ноябрьск ҡалаһында йәшәй, “Лидер Транс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры. Ҡасандыр гөрләп эшләп торған “Башҡорт” совхозы тарҡалып, баҫыуҙар, мал фермалары бушап ҡалғас, Ирек Фәхретдин улы тыуған төбәгендә был ауыл хужалығы тармағын йәнә тергеҙергә ҡарар итә. Бөгөн был хужалыҡтың 4 мең гектар ерендә иген, мал аҙығы культуралары үҙә, фермала 700 баш мал аҫрала.

“Атайсал” проектына ҡушылып, Ирек Мәҡсүтов тыуған ауылына һәм районына даими ярҙам күрһәтә, мәҙәни, спорт саралары бағымсыһы була. Ул – Башҡортостанда 2021 йылда башланған һәм бөгөн киң ҡолас алған “Атайсал” проектын күтәреп алған уҙамандарҙың береһе.

Әйткәндәй, атап үтелгән проект ауылдарға иғтибарҙы көсәйтергә ярҙам итә. Беренсенән, сит ерҙә йәшәгән билдәле шәхестәрҙең тыуған төйәге менән бәйләнештәрен нығыта, уларҙы ауылды борсоған проблемалар менән яҡындан танышырға этәргес булып тора. Икенсенән, ауыл халҡын борсоған һәм тиҙ хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙе күтәреп сығырға ярҙам итә.

2023 йылда, мәҫәлән, “Атайсал” проекты сиктәрендә төрлө эштәрҙе үҙ эсенә алған 22 мең сара ғәмәлгә ашырылған. Ҡайҙалыр социаль объекттар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, китапханалар биналары төҙөкләндерелгән, мәсеттәр төҙөлгән, һуғыш ветерандарына обелискылар, балалар майҙансыҡтары ҡуйылған, зыяраттар, инештәр таҙаланған һәм уратып кәртәләп алынған.

Был проектҡа ҡушылыу өсөн мотлаҡ ҙур сумма аҡса бүлеү кәрәкмәй, уның күләме бәләкәй булыуы ла ихтимал. Мәҫәлән, районға кәрәкле проектҡа ҡулығыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә мөмкин. Ауыл Советы зыяратты төҙөкләндерә, был эшкә хәлегеҙҙән килгәнсә аҡса бүлә алаһығыҙ.

Башҡа яҡташтар менән берләшеп, ниндәйҙер мәсьәләне хәл итергә була. Йәнә урындағы башланғыстар программаһына ҡушылып, үҙегеҙҙең иғәнәгеҙҙе унда күсерә алаһығыҙ.

Фото архивтан алынды.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: