Ауыл уттары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
9 Март 2017, 19:48

ЭШЕҢДЕ БЕЛҺӘҢ ҺӘМ ЯРАТҺАҢ...


Район тәрбиәселәре яңы белем биреү стандарттары буйынса эшләргә әҙер

Һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһендәге тәрән үҙгәрештәр балалар баҡсалары алдында ла яңы талаптар ҡуя. 2013 йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә ингән “Мәғариф тураһындағы федераль законда балалар баҡсаһы белем биреү процессының беренсе баҫҡысына ҡуйылды. Әлеге ваҡытта мәктәпкәсә балаларучреждениеларында яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттарын (ФДББС) тормошҡа ашырыу йүнәлешендә әүҙем эш алып барыла. Нимәһе менән үҙенсәлекле һуң был яңыса белем биреү, тәрбиәләү алымдары?

Хәҙер баҫым баланы уҡытыуға түгел, ә уның шәхсән сифаттарын үҫтереүгә яһала, йәғни кескәйҙәрҙең ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, танып-белеү ынтылышын, күҙаллауын үҫтереү иғтибар үҙәгенә ҡуйыла. Балаларҙы халыҡ педагогикаһы нигеҙендә тәрбиәләү, уларға ярашлы аң-белем биреү, тирә-йүнде танып белергә өйрәтеү, баланың ижади һәләтен үҫтереү, һаулығын нығытыу, тиҫтерҙәре һәм ололар менән әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә ярашлы аралашырға өйрәтеү балалар баҡсаһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләренең береһе булып тора ла инде.

Яңы эш алымдарына өйрәнеп китеү, әлбиттә, еңелдән түгел. Бының өсөн тәрбиәселәр һөнәри курстарҙа белемен камиллаштыра, балалар баҡсаһының төп документтары, тематик һәм календарь пландары үҙгәртелә. Шуға ла уларға яңыса белем биреү стандарттарын үҙләштереүҙә ярҙам итеү, уның үтәлешенә айырым иғтибар бүлеү өсөн райондың балалар баҡсалары тәрбиәселәре араһында “Мин Федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса эшләйем” тип исемләнгән конкурс уҙҙы. Мәртәбәле бәйгелә райондың 9 балалар баҡсаһы һәм мәктәпкәсә төркөмөнөң 12 тәрбиәсеһе ҡатнашты.

Конкурсты бик матур итеп ойошторған Матрай ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһы коллективы башта ФДББС тураһында әкиәт сәхнәләштереп күрһәтте. Шул рәүешле, яңы стандарттарҙың бер алымы һаналған уйын формаһын ҡулланып, коллегаларына был тема буйынса әллә күпме файҙалы мәғлүмәт бирҙе улар. Артабан, конкурс шарттары буйынса, бәйгеселәр федераль дәүләт белем биреү стандарттарын үҙҙҙәренең эшендә нисек ҡулланыуҙары, ижади эҙләнеүҙәре тураһында һөйләне, туплаған тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Мәҫәлән, кескәйҙәр беренсе класҡа ныҡлы әҙерлек менән барһын өсөн балалар баҡсаһы һәм мәктәп араһында тығыҙ бәйләнеш булырға тейеш, тип иҫәпләй Йылайыр ауылының “Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлсөм Дилмөхәмәтова.

Тәрбиәнең төп асылы – балалар баҡсаһы менән ғаиләнең берҙәмлегендә. Баланың һәр яҡлап камил үҫеүен тәьмин итеү өсөн мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары алдында ғаилә менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү бурысы тора. Был йәһәттән Йылайыр ауылының “Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Светлана Сошникованың эш тәжрибәһе айырым иғтибарға лайыҡ. Балаларҙы ғына түгел, уларҙың ғаилә ағзаларын да йәлеп итеп, төрлө конкурстар, байрам саралары ойоштора икән ул. Тағы ла психолог, логопед кеүек белгестәр ҡатнашлығында ата-әсәләр менән уҙғарылған йыйылыштар ҙа бик фәһемле үтә.

Иван-Ҡыуалат ауылының “Шишмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Марина Торомтаева һүрәт төшөрөүҙең төрлө техникалары менән таныштырҙы. Ҡул аҫтында булған ябай ғына әйберҙәрҙе ҡулланып, мәҫәлән, гуашка манылған ептәр, ҡоро япраҡтар, таштар ярҙамында үҙенсәлекле һүрәттәр төшөрөү кескәйҙәрҙең яратҡан шөғөлөнә әүерелгән.

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашты бәләкәйҙән үк тәрбиәләргә кәрәк, тип иҫәпләй конкурсанттар. Был йәһәттән Йомағужа мәктәбенең мәктәпкәсә белем биреү төркөмө тәрбиәселәре Разия Илбаҡтина һәм Миңзилә Атанбаева, Ҡашҡар ауылының «Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Миңдинур Юлгилдина үҙҙәренең эшендә экологик тәрбиәгә ҙур иғтибар бүлә.

Йылайыр ауылының “Аҡ сәскә» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Наталья Кокурина ҡышҡы уйындар темаһына сығыш яһаһа, Исҡужа ауылының башланғыс мәктәбе – балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Фидәлиә Баязитова кескәйҙәрҙе ҡышлаусы ҡоштар менән таныштырыуға арналған эш алымдары менән уртаҡлашты.

Балаларҙа милли рух, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләү эшен Матрай ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлшәт Үтәева бик уңышлы алып бара.

Ошо уҡ балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Венера Йәрмөхәмәтова бик үҙенсәлекле күләгәләр театры ярҙамында залда ултырған тамашасыларҙы йәлеп итеп, әкиәт күрһәтте.

Йылайыр ауылының “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Оксана Акулинушкина балалар шөғөлләнгән төркөмдө уларҙың ҡыҙыҡһыныуы буйынса төрлө зоналарға бүлеп, һәр бала менән индивидуаль эш алып барыуы тураһында һөйләне.

«Һау-сәләмәт балаларҙы тәрбиәләүе лә еңелерәк”, – ти тағы ла бер конкурсант – Яманһаҙ мәктәбенең мәктәпкәсә белем биреү төркөмө тәрбиәсеһе Айгөл Байегетова. Үҙ эшен ул кескәйҙәрҙе физик күнегеүҙәр ярҙамында сыныҡтырыуға йүнәлткән, балаларҙы төрлө спорт уйындары менән таныштыра.

Бына ниндәй талантлы, бай тәжрибәле, үҙ һөнәренең ысын оҫталары эшләй икән беҙҙең район балалар баҡсаларында!

Бөтә сығыштарҙы ла иғтибар менән тыңлағандан һуң, жюри ағзаларының берҙәм фекере менән конкурстың еңеүсеһе тип “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Оксана Акулинушкина билдәләнде. Икенсе урын Йомағужа мәктәбенең мәктәпкәсә белем биреү төркөмө тәрбиәсеһе Разия Илбаҡтина менән Матрай ауылының “Йәйғор» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Венера Йәрмөхәмәтоваға бирелде. Йылайыр ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Светлана Сошникова һәм Яманһаҙ мәктәбенең мәктәпкәсә белем биреү төркөмө тәрбиәсеһе Айгөл Байегетова өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Күренеүенсә, бөгөнгө көндә балалар баҡсаларында белем һәм тәрбиә биреү эшмәкәрлеген ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп ойоштороу өсөн мөмкинлектөр бик күп. Бары тик тырышлыҡ һәм үҙ эшеңде ярата белеү генә кәрәк.

Читайте нас: