Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
9 Март 2017, 20:08

Иң һылыу ҡыҙ ҡайҙа икән...

Күптән түгел Йылайырҙың Мәҙәниәт һәм ял үҙәге бинаһында “Һылыуҡай-2017” район бәйгеһе үтте. Мәртәбәле гүзәллек конкурсында 11 бәйгесе ҡатнашты.

Конкурс һынауҙарының тәүге өлөшө – “визитка”ла ҡыҙҙар үҙҙәре менән туған телдәрендә таныштырҙылар, ә экранда бәйгеселәр тураһында фотоһүрәттәр теҙмәһе күрһәтелеп барҙы.

Бәйгенең икенсе өлөшөндә – ижади конкурста һылыуҡайҙар йыр-бейеүгә оҫталыҡтарын күрһәтте.

Кейем күрһәтеү – дефиле ла конкурстың сағыу биҙәге булып, Экология йылына бағышланған ине. Ҡыҙҙар үҙҙәре ҡағыҙҙан, полиэтилендан тегеп кейгән күлдәктәргә аңлатма биреп барҙы. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта һәм матур тормош яҡлы икәнлеген күрһәтте улар.

Конкурс номерҙарында конкурсанттарға уларҙың ярҙамсылары һәм һәр береһенең залда ултырған көйәрмәндәре ярҙам итте.

Ниһайәт, конкурсанткаларҙы бар яҡтан да һынап ҡараған бәйге аҙағына ла яҡынлашты. Жюри ағзалары ҡыҙҙар өсөн ҡәҙерле һәр балды иҫәпләп, ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫкәндән һуң, бәйге һөҙөмтәләрен иғлан итте. Шулай итеп, Юлдыбай һылыуҡайы Ләйсән Нәҙерғолова 1-се урынды яуланы. 2-се урын Йылайыр матурҡайы Азалия Ҡаҙнабаеваға бирелһә, ошо уҡ ауылдың сибәркәйе Азалия Тоҡомбәтоваға 3-сө урын тапшырылды. Бәйгенең Гран-Прийы Сәләхтән Фатима Иҫәнбаеваға бирелде. Сидоровканан Наҙгөл Боҫҡонова “Наҙлылыҡ”, Юлдыбайҙан Гөлназ Сырлыбаева “Мөләйемлелек”, Үркәстән Розанна Хәйруллина “Һомғоллоҡ”, Кананикольскийҙан Алена Хренова “Ҡыйыулыҡ” номинацияларында еңеп сыҡты. Һабырҙан Тәнзилә Таһирова, Яманһаҙҙан Мария Якупова, Матрайҙан Әлфидә Аллабирҙина бәйгелә әүҙем ҡатнашып, тамашасылар һөйөүен яуланы.

Жюри ағзаларынан Гөлнара Суровцова һәм Арсен Әптиков сәхнә түрендә конкурсанттарҙы ҡотлап, изге теләктәрен теләп, тейешле дәрәжәләге дипломдар һәм махсус приздар менән бүләкләне.

2017 йыл һылыуҡайы Фатима Иҫәнбаеваға һүҙ бирәйек:

– Уйламағанда бәхет йылмайҙы. Был еңеүем, яҡындарыма ла ҙур бүләк булды, – тип ҡыуанып йылмая Фатима. – Йомағужа мәктәбенең 10-сы класында уҡып йөрөйөм. Жюри ағзалары 11 ҡыҙҙы бар яҡтан да һынап ҡаранылар. Бер-беребеҙ менән еңеү өсөн ярышһаҡ та, шул арала бәйгеселәр менән дә дуҫлашырға өлгөрҙөк, артабан шылтыратышып, яйы сыҡһа, осрашып торорға һүҙ ҡуйыштыҡ.

Көнсығыш һәм халҡыбыҙҙың милли бейеүҙәрен бейергә, күңелгә ятышлы йырҙар тыңларға яратам. Бейергә апайым өйрәтә. Киләсәккә хыялым – табип булырға. Юғары уҡыу йортона уҡырға инеп, һайлаған һөнәрем буйынса эшләргә уйлайым.

Райондаштарыма иҫәнлек-һаулыҡ, именлек, бәхет теләйем.

Читайте нас: