Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Ноябрь 2017, 18:29

Диндең киләсәге – балалар!

Яңыраҡ район үҙәгендә иң әһәмиәтле сараларҙың береһе – Изге Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләүселәрҙең район конкурсы булып үтте.

Яңыраҡ район үҙәгендә иң әһәмиәтле сараларҙың береһе – Изге Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләүселәрҙең район конкурсы булып үтте.

Конкурс Башҡорт Автономиялы Совет республикаһының һәм мосолмандар диниә назаратының 100 йыллыҡтарына бағышлап үткәре-леүе менән мәртәбәле булды. Унда 17 йәшкә тиклемге балалар дүрт йәш төркөмө буйынса көс һынашты. Бәйгенең төп шарты булып, Ҡөрьәндән мотлаҡ булған ете сүрәнән өс сүрәне һәм аяттарҙы тасуири, дөрөҫ итеп ғәрәп телендә уҡыу, ә берәүһенең мәғә-нәһен аңлатып биреү ине.

Унда райондың Юлдыбай, Йылайыр, Матрай һәм Яманһаҙ ауылдарынан һәм күрше Баймаҡ районынан уҡыусы балалар ҡатнашып, Изге Ҡөрьән сүрәләрен уҡыу буйынса белемдәрен һынап ҡараны. Бәйгелә үҙенең көсөн һынап ҡарарға йөрьәт иткән балаларҙы Урал аръяғы ахуны Хәмзә хәҙрәт Хафизов, Йыла-йыр ауылы мәсете имам-хатибы Фирғәт хәҙрәт Шәкиров, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге белгесе Арсен Әптиков, Йылайыр мәғлүмәт үҙәге директоры Борис Солтанов тәбрикләне.

Мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында беренсе урын Юлдыбай ауылынан Айназ Алсыновҡа, икенсе урын Баймаҡ районы Ҡуянтау ауылынан Абдулхаҡ Әхмәтҡужинға бирелде. Башланғыс класс уҡыусылары араһында Матрай ауылынан Гөлнәзирә Йәрмөхәмәтоваға еткәндәр булманы. Уға беренсе урын бирелде. Икенсе урынды Юлдыбай ауылынан Айзилә Вәлиуллина алды. Өсөнсө менән дүртенсе урындарҙы Әбделкәрим ауылынан Ғәлинур Ямалитдинов менән Матрай ауылынан Зөлхизә Йәрмөхәмәтова бү-леште. Уртансы класс уҡыусылары араһында Юлдыбайҙан Зәүрә Алсынова – беренсе, Яманһаҙҙан Тәнзилә Дәүләтҡолова – икенсе, Аҡморон ауылынан Наил Бикбов өсөнсө урындарға лайыҡ булды. Өлкән класс уҡыусыларынан беренселекте Баймаҡ районы Ҡуянтау ауылынан Алина Әхмәтҡужина алһа, икенсе урын – Юлдыбай ауылынан Нурзилә Моталлаповаға, өсөнсө урын шул уҡ ауылдан Айһылыу Таһироваға бирелде.

Гран-приға Юлдыбайҙан Айҙар Вәлиев лайыҡ тип табылды. Уға һәм Зөлхизә Йәрмөхәмәтоваға шулай уҡ Йылайыр мәғлүмәт үҙәгенең грамоталары менән иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды.

Гөлгөнә БАЙСУРИНА.

Б.СОЛТАНОВ фотоһы.

Читайте нас: