Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Ғинуар 2018, 19:04

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ...

Райондашыбыҙ, Йылайыр ауылында тыуып-үҫеп, хәҙерге ваҡытта Өфө ҡалаһының аграр университетының өсөнсө курсында белем алып йөрөгән Алмаз Такаловтың исеме бына 10 йыл инде телевизор ҡараусыларҙы һөйөндөргән “Байыҡ” телевизион бәйгеһе менән тығыҙ бәйле. 2009 йылда уҡ Алмаз, ул саҡта әле мәктәп уҡыусыһы, “Байыҡ” балалар конкурсында үҙен һынап ҡарай һәм... 1-се урынды яулап ҡайта. 2012 йылда Р.Ғарипов исемендәге гимназия-интернаттың Алмаз да ҡатнашҡан бейеү ансамбле Гран-при алыуға өлгәшә.

“Байыҡ-2017” бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн Татарстан Республикаһынан, Пермь, Силәбе өлкәләренән, Мәскәүҙән, Ҡаҙағстандан һәм, хатта, Төньяҡ Осетиянан да бейеүселәр күп була. Һәр илдән иң-иңдәр генә был бәйгелә һынау тотоуын иҫәпкә алғанда, Алмаз Такаловтың оҫталығы, бейеүгә маһирлығы ниндәй юғары кимәлдә булыуын әйтеп тороу ҙа кәрәк түгел. Уның мәктәп йылдарында уҡ Йылайырҙа – “Ләйсән” балалар бейеү ансамбле, Өфөләге Р.Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатында – “Аҡйондоҙ”, Өфө аграр университетының “Шатлыҡ” халыҡ бейеү ансамблдәре солисы булыуы ла шул хаҡта һөйләй.

Сәхнәне өс йәшенән яулай башлаған Алмаз бөгөн үҙенең тырышлығы һәм, әлбиттә, тәүге остазы Урал Мөхәмәтсафа улы Боҫҡоновтың ҡул аҫтында бейеү серҙәрен өйрәнеүе, оҫталығын артабан камиллаштырыуы арҡаһында бейеү сәнғәтендә үр артынан үр яулай. “Байыҡ-2017” бәйгеһенең Гран-прийы яҡташыбыҙ Алмаздың һуңғы еңеүе булмаһын, тигән теләктә ҡалабыҙ!

Гөлгөнә ТАҺИРОВА.

Читайте нас: