Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Февраль 2018, 19:14

Йылды асыу, масленица, ЮНЕСКО фестивале...

Үткән аҙна район үҙәгендә Ғаилә йылын асыуға, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлек итеүҙең 20 йыллығына арналған ҙур байрам сараһы менән тамамланды.

“Йондоҙло” физкультура-сәләмәтләндереү комплексы-ның спорт залы ла, комплекс алдындағы майҙан да гөрләп торҙо был шәмбе көнө. Эстә уҡыусыларҙың “Донъя халыҡтары уйындары” тип аталған фестивале барһа, тышта Рәсәй халҡы яратып билдәләгән Масленица байрамы ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Район үҙәгендә Масленица быға тиклем дә бик ойошҡанлы үтһә, быйылғы байрам тағы ла яҡшыраҡ әҙерләнгән булыуы һәм юғары кимәлдә үтеүе менән айырылып торҙо. Ошонда уҡ район халҡы һәм ҡунаҡтары Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә йылын һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән Ирекмәндәр йылын асыу тантанаһында ҡатнашты. Байрам сараһына йыйылған бар халыҡты район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин йылы ҡотланы.

Көн дауамында ғаилә эстафетаһы, балалар өсөн уйындар уҙғарылды. Район коллективтары һәм ауыл биләмәләре халҡы әҙерләгән һый тулы өҫтәлдәр янында ла халыҡ күп булды, самауыр сәйе менән ҡоймаҡтан ауыҙ итмәгән кеше булмағандыр был көндө.

Масленица байрамы ҡыш-тың ҡарасҡыһын яғыу һәм уның тирәләй бейеү менән, йәғни, халыҡ ышаныуы бу-йынса, ҡышты ҡыуыу йолаһы менән тамамланды.


Гөлгөнә ТАҺИРОВА.

Читайте нас: