Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Февраль 2018, 18:39

Ныҡлы ғаилә – ил терәге

Рәсәй дәүләт сәйә-сәтенең төп йүнәлеше – ил граждандарының йәшәү кимәлен күтәреү. Мәғаириф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса өҫтөнлөклө милли проекттарҙың барыһы ла ғаилә мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин да үҙенең һәр сығышында тиерлек ныҡлы ғаиләләр илебеҙҙең төп терәге һәм шуның өсөн дә уларға бар яҡлап та ярҙам күрһәтелергә тейеш тип билдәләй. Беҙҙең республиканың тәжрибәһе был йәһәттән федераль кимәлдә иң яҡшылар иҫәбендә.

Башҡортостанда ярты миллионға яҡын балалы ғаиләләр йәшәй һәм уларға ярҙамға республика бюджетынан йыл һайын 10 миллиард һум аҡса бүленә. Шуға ла яңы 2018 йыл Башҡортостан Республикаһында башлығы Р.З.Хәмитов указы менән Ғаилә йылы тип иғлан ителде.

Атамалы йылға ярашлы, республикала һәм райондарҙа ғаилә институтын үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар үткәрелә. Беҙҙең районда ла был йүнәлештә башҡарылаһы эштәр планы төҙөлгән. Районда Ғаилә йылын асыу ҙа бының бер өлөшө булып, ысын мәғәнәһендә ҙур, ойошҡанлы һәм сағыу байрамға әүерелде.

Унда йыйылған халыҡҡа ҡотлау телмәре менән мөрәжәғәт итеп, район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин:

– Матур көнгә тап килгән байрам сараларына бөтә ғаилә менән килеүегеҙ бик хуп. Бында йәш әсәләр һәм атайҙар, күп балалы ғаиләләр һәм бай тормош тәжрибәһе туплаған өлкән быуын вәкилдәре йыйылған. Быйыл беҙҙең республикала иғлан ителгән Ғаилә йылы матур һәм ныҡлы ғаиләләр артыуына һәм уларҙа бәхетле балалар үҫеүенә булышлыҡ итһен ине, – тине.

Үҙенең сығышында Илгиз Лирман улы уҙған йылда районда социаль-иҡтисади йәһәттән башҡарылғна эштәр хаҡында әйтте. Әлбиттә, былар бөтәһе лә районда йәшәгән һәм фиҙәҡәр хеҙмәт иткән кешеләрҙең тырышлығы һөҙәмтәһе. Шулай итеп, Йылайырҙағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Т.М.Кашина, Кананикольск ауыл хәкимиәте башлығы Н.И.Корнева, район музейы директоры В.С.Еремкин һәм район үҙәк дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренең профсоюзы комитеты рәйесе И.А. Хәмитов «Хеҙмәт кешеһе – йыл кешеһе» дипломдары менән бүләкләнде.

Йыл эмблемаһы төшөрөлгән импрови-зацияланған “ҡапҡаны” асыу хөрмәтенә күп балалы атайҙар – район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин менән Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы А.Г.Годуленко лайыҡ булды.

Шунда уҡ ойошторолған Масленица байрамы халыҡ хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, моғайын. Был көндө “Йондоҙло” физкультура-сәләмәтләндереү комплексы территорияһы ҙур йәрминкәне хәтерләтте. Район үҙәгендәге һәр коллектив һәм ауыл биләмәләре һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлдәр әҙерләгәйне. Бигерәк тә ҡоймаҡтарҙың төрлөлөгө күптәрҙе хайран ҡалдырғандыр. Аҙаҡ иң мул өҫтәл өсөн урындар ҙа бирелде. Район үҙәк дауаханаһы – өсөнсө, Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы – икенсе, ә балалар ижад йорто коллективы әҙерләгән өҫтәл беренсе урынға лайыҡ булды.

Балалар өсөн әҙерләнгән уйындар район мәҙәниәт үҙәге оҫталарының концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Ғаилә йылын асыу тантанаһы айҡанлы ошонда уҡ “Атай, әсәй һәм мин – спортсылар ғаиләһе” исемле ҡышҡы район фестивале үтте. Был спорт фестивалендә һәр ауыл биләмәһенән иң әүҙем ғаиләләр ҡатнашты. Сидоровка ауылынан Руслан менән Әлфирә Ҡотоевтар, район үҙәгенән Даян менән Айгөл Аҡҡужиндар, Ҡашҡар ауылынан Ғиззәт менән Сөмбөл Моталлаповтар, Бәрҙәш ауылынан Василий менән Елена Ивановтар, Ашҡаҙарҙан Илдар менән Разия Солтанғужиндар, Сәләхтән Рөстәм менән Таңсулпан Тотмановтар, Кананикольскиҙан Олег менән Рима Хачиндар, Иван-Ҡыуалаттан Константин менән Александра Касьяновтар, Яманһаҙҙан Фәнис менән Светлана Бикҡоловтар, Юлдыбайҙан Ғилмитдин менән Асия Моталлаповтар һәм Матрайҙан Рәфис менән Гөлнара Мәғзүмовтарҙың ғаиләләре сәмләнеп ярышты.

Үрҙә телгә алынған ғаиләләр “күңелле поезд”а, шайба ҡыуып уҙышыуҙа һәм тюбинг менән ярышта ҡатнашып көс һынашты. Фестиваль бик күңелле үтте, командалар дәртле, етеҙ булыуы менән һөйөндөрҙө.

“Күңелле поезд” ярышында иң яҡшы һөҙөмтәне Аҡҡужиндар күрһәтһә, шайба менән уҙышта Солтанғужиндарға еткәндәр булманы. Ә бына Тотмановтар ғаиләһе тюбинг менән ярышта үҙҙәренең етеҙлеге менән алдырҙы.

Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса, “Атай, әсәй һәм мин – спортсылар ғаиләһе” район фестивалендә Солтанғужиндар (беренсе урын), Тотмановтар һәм Аҡҡужиндар (икенсе һәм өсөнсө урындар) еңеүселәр тип танылды. Фестивалдә ҡатнашҡан бар ғаиләләр ҙә район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлегенең маҡтау грамоталары, миҙалдары һәм иҫтәлекле бүләктәре менән бүләкләнде.


Гөлгөнә БАЙСУРИНА.

Читайте нас: