Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Апрель 2018, 17:56

“Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы – 2018”

Үткән аҙнала район үҙәгенең балалар баҡсалары базаһында тәрбиәселәрҙең сираттағы һөнәри оҫталыҡ конкурсы булып уҙҙы. Өс көн дауамында конкурсанттар “Мәктәпкәсә белем биреү йыл педагогы – 2018” исеме өсөн көрәште.


Конкурста бөтәһе 9 тәрбиәсе ҡатнашты. Бына улар: Акулинушкина О.А. (Йылайыр ауылының “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһы), Байморатова А.И. (Ҡашҡар ауылының «Миләш» балалар баҡсаһы), Байегетова А.А. (Яманһаҙ урта мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмө), Буканова Н.С. (Юлдыбай ауылының «Ләйсән» балалар баҡсаһы), Вәхитова Г.Д. (Йомағужа урта мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмө), Ҡаҙаҡҡолова Б.Ә. (Йылайыр ауылының “Аҡсәскә” балалар баҡсаһы), Миногина Е.В. (Йылайыр ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы), Хачина Е.А. (Иван-Ҡыуалат ауылының «Шишмәкәй» балалар баҡсаһы), Йәрмөхәмәтова В.Н. (Матрай ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһы).

Әйтергә кәрәк, бөтә тәрбиәселәр ҙә конкурс һынауҙарын уңышлы үтте, ысын һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтте, әммә, ярыш – ярыш бит инде ул, жюри ағзалары “Йыл педагогы” тип район үҙәгенең “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Оксана Александровна Акулинушкинаны таныны. Икенсе урынды Матрай ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Венера Нөғәмән ҡыҙы Йәрмөхәмәтова яуланы. Пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына Иван-Ҡыуалат ауылының “Шишмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Елена Александровна Хачина менән Йылайырҙың “Аҡсәскә” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Баянһылыу Әҡсән ҡыҙы Ҡаҙаҡҡолова күтәрелде.

В.Климов фотоһы.

Читайте нас: