Беҙҙең район һуңғы бер нисә йылда ЮНЕСКО менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, уның күп проекттарында ҡатнашты һәм был йүнәлештә байтаҡ ҡына күркәм эштәр эшләнде. Бынан дүрт йыл элек Ҡырмыҫҡалы районында ойошторолған Башҡортостан юнескосыларының тәүге республика слетында беҙҙең район уҡыусылары ҡатнашҡайны һәм унан ҙур дәрт алып ҡайтҡайны. 2015 йылдан алып Н.Р.Ириков исемендәге Йылайыр урта мәктәбендә “ЮНЕСКО дуҫтары клубы” уңышлы эшләп килә, был мәктәп шулай уҡ ЮНЕСКО-ның ассоцияцияланған мәктәптәре исемлегенә ингән. ЮНЕСКО-ның ассоцияцияланған мәктәптәре һәм ЮНЕСКО дуҫтары клубы ағзалары ҡатнашлығында “Донъя халыҡтары эпосы” төбәк фестиваленең тап Йылайырҙа үтеүе лә беҙҙә был юҫыҡтағы эштәрҙең киң йәйелдерелеүенең һәм үҫешенең күрһәткесе. Ә уның башында район мәғариф бүлеге методисы, аграр университет уҡытыусыһы, райондың ЮНЕСКО эштәре буйынса координаторы Л.М.Фәтҡуллина тора. Ләйсән Морат ҡыҙының башланғысында, тырышлығында һәм әүҙемлегендә бик күп мөһим саралар үткәрелә, уның проекттарына күберәк мәктәптәр һәм уҡыусылар йәлеп ителә.
Һынташ ял һәм сәләмәт-ләндереү лагеры базаһында “Донъя халыҡтары уйындары” исемле балалар һабантуйы үткәрелеүе лә юғары кимәлдәге маҡтаулы эштәрҙең береһе тип әйтергә мөмкин. Ул республиканың ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлек итеүенә 20 йыл тулыуға арналды һәм байрамға һәр мәктәптең иң алдынғы, иң һәләтле балаларын йыйҙы. Шулай уҡ ул беҙҙең районда талантлы уҡыусылар менән эшмәкәрлек барышын да күрһәтеүсе бер сара булып торҙо. Һабантуйға йыйылыу-сыларҙы район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин, эш сәфәре ошо көнгә тап килгән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры И.И.Фәзрахманов, райондың алдынғы фермеры М.Ғ.Иҫәндәүләтов тәбрикләне.
Тулыраҡ мәғлүмәтте гәзитебеҙҙең 42-се һанында уҡығыҙ