Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Июль 2018, 18:16

Һәр номинацияла билдәләнделәр

“Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” дәүләт программаһының “ БР-ҙа ауырыуҙарҙы профилактикалау һәм беренсел медик-санитар ярҙамды үҫтереү” подпрограммаһын бойомға ашырыу сиктәрендә, Ғаилә йылына бағышлап, Бөтә донъя һаулыҡ көнөнөң “Барыһына ла һаулыҡ!” лозунгыһына ярашлы республиканың медицина ойошмалары араһында медицина профилактикаһы буйынса иң яҡшы күргәҙмә агитация республика конкурсы ойошторолдо.

Комиссия ҡарамағына республика медицина ойошмаларынан, ҡала һәм район дауаханаларынан 240 конкурс эше тапшырылған. Беҙҙең район намыҫын был абруйлы конкурста Йылайыр үҙәк район дауаханаһы, Кананикольск амбулаторияһы һәм Дмитриевка фельдшер-акушерлыҡ пункты хеҙмәткәрҙәре яҡланы.

Призлы урындар “Иң яҡшы күргәҙмә агитация макеты”, “Иң яҡшы мәҡәлә” һәм “Иң яҡшы видеоролик” номинацияларында билдәләнде. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре бөтә номинацияларҙа ла призлы урындар яуланы. Был үҙ сиратында беҙҙә “ауырыуҙы дауалағанға ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк” тигән хәҡиҡәтте яҡшы аңлауҙарын дәлилләй.

Шулай итеп, Кананикольск амбулаторияһы коллективының “Сәләмәт ғаилә” күргәҙмә агитация макеты өсөнсө урын алды. “Иң яҡшы мәҡәлә” номинацияһында шулай уҡ III урындар Йылайыр үҙәк район дауаханаһының табип-фтизиатры Рәшиҙә Ғайса ҡыҙы Бураншинаға һәм йоғошло ауырыуҙар кабинеты шәфҡәт туташы Гөлсирә Нәсим ҡыҙы Воробьеваға бирелде. Ә бына “Сәләмәт бала саҡ” видеоролигы өсөн комиссия ҡарары менән Йылайыр үҙәк район дауаханаһының табип-терапевы Елена Константиновна Ишйәрова беренсе урынға лайыҡ булды.

Аҡ халатлыларҙы ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм еңел булмаған эштәрендә артабан да уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.

Читайте нас: