Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Август 2018, 18:52

“Өлгө ал!”да ҡатнашығыҙ, бүләге шәп – автомобиль!

Белеүебеҙсә, 2018 йыл Рәсәйҙә Ирекмәндәр, ә Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов билдәләүенсә, ошо ике йүнәлеш – волонтерлыҡ һәм ғаилә сәйәсәте – бер-береһен тулыландырырға тейеш. “Волонтерлыҡ ирекмәндәрҙең төрлө форумдарҙа, сараларҙа ҡатнашыуы ғына түгел, тәү сиратта көн һайын ғаилә именлеге, йәмғиәтебеҙҙең ячейкаһын үҫтереү өсөн даими эшләү,¬ – тип билдәләй Р.З. Хәмитов. Шул рәүешле, ошо ике төшөнсәне берләштереп, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы һәм “Башҡортостан”телерадиокомпанияһы республикала йәшәүсе социаль әүҙем ғаиләләр өсөн конкурс ойоштора.

Был турала 8 июлдә – Бөтә Рәсәй Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә иғлан ителде. “Өлгө ал!” тип исемләнгән конкурс тураһында беҙ ҙә район халҡына хәбәр иткәйнек инде, ә хәҙер, гәзит уҡыусыларыбыҙҙың үтенесе буйынса, уның шарттары менән дә тулыраҡ таныштырып үтмәксебеҙ. Шулай итеп, конкурста ҡатнашыу өсөн фото-видекамераға йәки кәрәҙле телефонығыҙҙың камераһына ғаиләгеҙҙең социаль әүҙем эшмәкәрлеге тураһында видеоматериал төшөрөргә кәрәк. Әҙер материалды “Ютуб”, “Инстаграмм”, “Бәйләнештә”, “Фейсбук”, “Класташтар” социаль селтәрҙәрендәге ғаилә ағзаһының сәхифәһенә # Берипример хештегы менән урынлаштырыу зарур.

Артабан https://bash.news/pro/beriprimer/ сайтындағы Конкурс битендә заявка тултырырға кәрәк, конкурста ҡатнашасаҡ видеоматериалығыҙға һылтанма ҡуйырға ла онотмағыҙ. Ролик рус йәки башҡорт телендә төшөрөлөргә тейеш, дауамы 60 секундтан артмаҫҡа тейеш.

Ғаиләләрҙе һайлап алыу 3 этапта – халыҡ һайлауы, СМС-һайлау һәм махсус булдырылған йәмәғәт комиссияһы тауыштары буйынса барасаҡ. Һуңғыһын Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова етәкләйәсәк.

Конкурстың еңеүсеһе тип тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса иң күп балдар йыйған ғаилә таныла. Уға Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән еңел автомобиль һатып алыуға 600 мең һумға сертификат тапшырыласаҡ. Еңеүсе ғаилә исемле йылды тантаналы ябыу сараһында тәбрикләнәсәк. Конкурстың положениеһы менән Башньюс сайтында һәм семьярб.рф сайтының “Конкурстар һәм акциялар” бүлегендә танышырға мөмкин.

Әйткәндәй, " Өлгө ал" республика конкурсында ҡатнашыусы ғаиләләр менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы таныштырып барасаҡ.

Конкурсҡа водеороликтар 9 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Әгәр һеҙҙең ғаиләгеҙ ишле, татыу, моңло һәм һәләтле бөтә республикаға өлгө булырлыҡ икән, рәхим итеп конкурста ҡатнашығығыҙ,Республика башлығының төп бүләге еңел автомобиль хужаһы булыу мөмкинлегенән ситтә ҡалмағыҙ...
Читайте нас: