Йылайыр районы ха-кимиәтенең финанс ида-ралығы, 2018 йылға граждандар өсөн бюджетты тотоноу проекттары төбәк конкурсында ҡатнашып, “Граждандар өсөн урындағы бюджеттың иң яҡшы проекты” һәм “Граждандар өсөн бюджетты үҙләштереүҙең заманса формалары” номинацияларында өсөнсө дәрәжә Дипломға һәм “Бюджет календары” сертификатына эйә булды.
Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йортонда төбәк конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы булып уҙҙы. Конкурс еңеүселәренә грамоталарҙы һәм сертификаттарҙы республиканың финанс министры урынбаҫары Наталья Калугина тапшырҙы.
Башҡортостан Респуб-ликаһының Финанс минстр-лығы апрелдең 23-нән алып июндең 10-на тиклем 2018 йылда граждандар өсөн бюджетты тотоноу проекттары конкурсы уҙғарҙы. Быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарылған конкурс тәүге тапҡыр 2014 йылда ойошторола. Быйыл конкурста рекорд һанлы ҡатнашыусы булыуын билдәләмәй булмай: 83 проект! Финалға һәм тәбрикләү тантанаһына проекттарҙың 67-һе генә барып еткән.
Жюри ҡарары менән федераль конкурста ҡатнашыуға Башҡортостандан ебәрелгән 34 эш араһында беҙҙең район хакимиәтенең финанс идаралығы эше лә була.