Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Ноябрь 2018, 19:04

Өфө сәхнәһен дер һелкетте Йылайыр таланттары

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған “Башҡортостан тарихы биттәре” муниципаль берәмектәр араһында халыҡ ижады фестиваль-марафонын, алдан хәбәр итеүебеҙсә, Йылайыр районы сәнғәт оҫталары дауам итте. Бында Йылайырҙың данлы үткәне һәм бөгөнгөһөнә арналған бай экспозиция, халыҡ оҫталары эштәренән торған сағыу күргәҙмә эшләне. Сараға килеүселәргә үҙҙәренә оҡшаған әйбер һатып алыу мөмкинлеге лә ҡаралғайны. Иң мөһиме: ҡурайсылар иле Йылайырҙың моңло һәм дәртле халҡы баш ҡала ҡунаҡтарына һәм яҡташтарына бай йөкмәткеле концерт тәҡдим итте. Сара һуңында район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин фестиваль-марафондың штандартын тантаналы шарттарҙа артабанғы ҡатнашыусыларға – Иглин районы хакимиәте башлығы Ғ.М. Шәйхетдиновҡа тапшырҙы.

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған “Башҡортостан тарихы биттәре” муниципаль берәмектәр араһында халыҡ ижады фестиваль-марафонын, алдан хәбәр итеүебеҙсә, Йылайыр районы сәнғәт оҫталары дауам итте. Бында Йылайырҙың данлы үткәне һәм бөгөнгөһөнә арналған бай экспозиция, халыҡ оҫталары эштәренән торған сағыу күргәҙмә эшләне. Сараға килеүселәргә үҙҙәренә оҡшаған әйбер һатып алыу мөмкинлеге лә ҡаралғайны. Иң мөһиме: ҡурайсылар иле Йылайырҙың моңло һәм дәртле халҡы баш ҡала ҡунаҡтарына һәм яҡташтарына бай йөкмәткеле концерт тәҡдим итте.
Сара һуңында район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин фестиваль-марафондың штандартын тантаналы шарттарҙа артабанғы ҡатнашыусыларға – Иглин районы хакимиәте башлығы Ғ.М. Шәйхетдиновҡа тапшырҙы.
Фестиваль-марафон тураһында тулы репортажды гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Читайте нас: