Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
22 Ноябрь 2018, 19:28

Эштәге уңыштарын да, йыр-моңға һәләттәрен дә күрһәтә алды йылайырҙар

Беҙҙең республикабыҙ өсөн мөһим даталарға бай 2019 йыл яҡынлаша. Шуларға, мәҫәлән, Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығын, Башҡорт драма театрының 100 йыллығын һәм архив хеҙмәтенең шундай уҡ бер быуатлыҡ юбилейын индерергә була. Өфөлә Халыҡ-ара йәйге балалар уйындары ла киләһе йылда үтәсәк, ә 2020 йылда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек дауам итәсәк. Ошондай даталар араһында һәр кемебеҙгә иң яҡыны, әлбиттә, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығы. Республикабыҙҙың ойошторолоуына 100 йыл тулыуҙың рәсми датаһы 2019 йылдың 23 марты. Ошо мөһим датаны билдәләү тураһындағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Юбилей уңайынан күп кенә саралар, конкурстар, бәйгеләр уҙғарыла.

“Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект”, шулай уҡ 2018 йылда “Башҡортостандың 100 исеме” телевизион проекты, төрки йәштәренең «Урал моңо» халыҡ-ара конкурсы кеүек мәҙәни саралар тормошҡа ашырыла. Шуларға февраль айында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында муниципаль берәмектәр араһында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған "Башҡортостан тарихы биттәре" халыҡ ижады фестиваль-марафоны старт алыуын да индерергә була. Был фестиваль Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә итә. Төп ойоштороусылары булып Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар берҙәмлеге йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары хакимиәттәре сығыш яһай.
Яңыраҡ фестиваль-марафон сик-тәрендә Өфөлә Йылайыр районының презентацияһы үтте.
Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә райондың иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһаны, фойела районда етештерелгән тауар һәм әйберҙәр күргәҙмәһе, милли ризыҡтар һәм сувенирҙар, сәнәғәт ойошмалары тауарҙары күргәҙмәһе эшләне, Йылайырҙың данлы үткәненә, күренекле шәхестәренә арналған экспозициялар тәҡдим ителде.
Читайте нас: