Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Ғинуар 2019, 11:40

Әүҙем ғаиләләр, конкурста ҡатнашығыҙ!

«Етегән-2019» асыҡ республика конкурсы «Етегән» байрамы — ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнап ойошторола. Конкурс 2019 йылдың 11 ғинуарынан 25 февраленә тиклем бара.

«Етегән-2019» асыҡ республика конкурсы «Етегән» байрамы — ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнап ойошторола. Конкурс 2019 йылдың 11 ғинуарынан 25 февраленә тиклем бара.
Байрам 2016 йылдан алып йыл һайын яҙҙың тәүге көнөндә — 1 мартта уҙғарыла. Сара ғаилә институты абруйын нығытыуға һәм яҡлауға йүнәлтелгән. «Етегән-2019» асыҡ республика конкурсында теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Конкурста түбәндәге номинациялар ҡаралған:
Һөйөү тураһында шиғырҙар һөйләү;
Мөхәббәт хаҡында йырҙар башҡарыу;
Иң яҡшы башҡорт бейеүе;
Мөхәббәт тураһында иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм (5 минутлыҡ) ;
Иң шәп башҡортса флаерҙар һәм открыткалар;
«Мөхәббәт» темаһына иң яҡшы фотоһүрәттәр;
Башҡорт йырҙарына һәм көйҙәре аҫтында «Етегән-2018» байрамына иң яҡшы флешмоб.
Конкурс йомғаҡтары буйынса жюри һәр номинацияла өс призлы урынды билдәләй. Еңеүселәргә һәм лауреаттарға 2019 йылдың 1 мартында, «Етегән» байрамында, ойоштороу комитетынан дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.
Ғариза менән конкурс эштәрен 25 февралгәсә [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.
Бәйгене ойоштороусылар — Башҡор-тостан Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы, «Башҡор-тостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы.
З. Һиҙиәтова.
Читайте нас: