Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Ғинуар 2019, 18:23

Остаздар майҙаны

Үҙе янып, бүтәндәргә ҡуҙ өҫтәүсенең генә ысын уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтөргә хаҡы бар, тиҙәр. Ошо маҡтаулы һөнәрҙе һайлағанһың икән, тимәк, һин тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ кеүек сифаттарға эйә булырға тейешһең, белемле булыу, һөнәреңде, уҡытҡан балаларыңды ысын күңелдән яратыу тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Тимәк, уҡытыусы һөнәре үҙ өҫтөңдә даими эшләүҙе, тиҙ үҙгәреүсән заман менән бергә атлап, яңы уҡытыу методикаларын һәм төрлө технологияларҙы үҙләштереүҙе, ғөмүмән, ижади хеҙмәт итеүҙе күҙаллай. Хәҙер инде матур йолаға әүерелеп, йыл да үткәрелеп килгән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы тап ошондай педагогтарҙы асыҡлауға, белем, тәрбиә биреүҙең яңы, өҫтөнлөклө алымдарын билдәләүгә, педагогик тәжрибә менән уртаҡлашыуға йүнәлтелгән.

Үҙе янып, бүтәндәргә ҡуҙ өҫтәүсенең генә ысын уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтөргә хаҡы бар, тиҙәр. Ошо маҡтаулы һөнәрҙе һайлағанһың икән, тимәк, һин тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ кеүек сифаттарға эйә булырға тейешһең, белемле булыу, һөнәреңде, уҡытҡан балаларыңды ысын күңелдән яратыу тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Тимәк, уҡытыусы һөнәре үҙ өҫтөңдә даими эшләүҙе, тиҙ үҙгәреүсән заман менән бергә атлап, яңы уҡытыу методикаларын һәм төрлө технологияларҙы үҙләштереүҙе, ғөмүмән, ижади хеҙмәт итеүҙе күҙаллай. Хәҙер инде матур йолаға әүерелеп, йыл да үткәрелеп килгән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы тап ошондай педагогтарҙы асыҡлауға, белем, тәрбиә биреүҙең яңы, өҫтөнлөклө алымдарын билдәләүгә, педагогик тәжрибә менән уртаҡлашыуға йүнәлтелгән.
Уҙған йылдың декабрендә беҙҙең районда “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының муниципаль этабы үтте. Был мәртәбәле сарала быйыл 9 педагог ҡатнашты. Һөнәри эскерһеҙлек, үткәреләсәк дәресеңдең темаһын көтөүҙән тыуған тулҡынланыу, тантаналы, етди кәйеф... “Йыл уҡытыусыһы – 2019” һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙың йөҙҙәрендә ошо сифаттар, хис-тойғолар асыҡ сағылһа, маҡсаттары – конкурста лайыҡлы сығыш яһап, еңеүгә өлгәшеү ине.
Ниһайәт, көсөргәнешле бәйге һынауҙары артта ҡалды, һәм яңы йыл башында педагогтар йәнә бергә “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсының муниципаль этабын тантаналы ябыу сараһына йыйылды. Әйтергә кәрәк, Район мәғариф бүлеге һәм Башҡорт гимназияһы коллективы тарафынан ойошторолған көтөп алынған байрам бер тынала үтте: йылы ҡотлауҙар, матур-матур гөлләмәләр һәм, әлбиттә, ихлас теләктәр байрам кәйефен бермә-бер күтәреп ебәрҙе. Ә инде бәйге һөҙөмтәләрен барыһы ла ҙур тулҡынланыу менән көттө: конкурсанттар үҙҙәре лә, уларҙың күп һанлы көйәрмәндәре лә, педагогтарҙың шатлығын уртаҡлашырға килгән ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары ла, ойоштороусылар ҙа.
Бүләкләү тантанаһына тик-лем йыйылыусылар алдында район конкурсының былтырғы еңеүсеһе Иван-Ҡыуалат урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы С.У. Әбүбәкирова сығыш яһаны.
Ә быйылғы фи-налистарҙы сәләмләү һәм бүләкләү өсөн өсөн һүҙ жюри рәйесе, район мәғариф бүлеге начальнигы Г.Х Айытҡоловаға бирелде. Үҙенең сығышында Гөлсәсәк Хәсән ҡыҙы был күләмле сара барышында конкурсанттар район үҙәгендәге белем биреү учреждениелары менән танышты, бәйгенең төрлө, үҙенсәлекле этаптарында көс һынашты, тотош республикала танылған уҡытыу технологияларынан тыш, үҙҙәренең шәхси концепцияларын, эште һөҙөмтәлерәк итеү мәсьәләһен хәл итеү юлдарын табып, хеҙмәттәштәренә еткерҙе, тине. Шуның өсөн дә жюри ағзалары конкурсанттарҙы баһалағанда юғары һөнәри оҫталығына һәм яңы технологиялар менән эш итеүенә өҫтөнлөк бирҙе.
– Яҡты киләсәккә етди маҡсаттар ҡуйып, республика кимәлендәге ярыштарҙа лайыҡлы сығыш яһауға ынтылып йәшәйек, – тип тамамланы үҙенең йөкмәткеле сығышын Гөлсәсәк Хәсән ҡыҙы. Район мәғариф бүлегенең Рәхмәт хаттары менән түбәндәге ҡатнашыусылар билдәләнде: Н.Н. Проданова – Дмитриевка урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Л.Ш. Иҫәнбаева – Йомағужа урта мәктәбенең география уҡытыусыһы, Е.А. Климчук – Бәрҙәш урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы, Ф.Н. Ҡадаев – Һабыр урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы.
Бына иң тулҡынландырғыс мәл дә килеп етте – конкурстың лауреаттары һәм еңеүселәре иғлан ителде. Бүләкләү тантанаһы алдынан бәйгелә ҡатнашыусыларға район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В. Коротков мөрәжәғәт итте. Үҙенең сығышында Александр Васильевич, уҡытыусы һөнәре иң үҙенсәлеклеләрҙән һанала, тип билдәләне. Бөгөн педагог булып эшләү еңелдән түгел. Сөнки ваҡыт тиҙ үҙгәрә, уның менән бергә уҡытыусыларға ҡуйылған талаптар ҙа, концепциялар ҙа алмашына килә. Ошо үҙгәрештәр артынан өлгөрөү үтә лә мөһим. Һөнәри конкурстарҙа ҡатнашыу ҙа әллә күпме көс талап итә. Сәхнәгә сығыу, таныш булмаған класта дәрес үткәреп, үҙ оҫталығыңды күрһәтә алыу – үҙе үк батырлыҡ. Шуның өсөн бөгөнгө һәр ҡатнашыусы – еңеүсе. Сығышын йомғаҡлап, Александр Васильевич район уҡытыусыларына ошондай конкурстарҙа әүҙемерәк ҡатнашырға һәм яңынан-яңы еңеүҙәр яулау өсөн маҡсатлы эш алып барырға саҡырҙы. Шулай итеп, “Үҙ эшенең оҫтаһы” номинацияһында лауреат дипломы менән Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Н.И. Еремина бүләкләнде, “Мәғлүмәт технологияларын эффектлы ҡулланыу” номинацияһында Н.Р. Ириков исемендәге Йыла-йыр урта мәктәбе уҡытыусыһы М.С. Харитонова билдәләнде, Япарһаҙ мәктәбенән М.И. Алғошаева “Ижад һәм илһам” номинацияһында дипломант булһа, Матрай урта мәктәбенән Ә.Ғ. Ҡаҙаҡҡолова “Педагогик аралашыу сәнғәте” номинацияһында еңеүсе тип табылды. Ә инде “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе тип Юлдыбай урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З.М. Кинйәбаева танылды. Тап ул беҙҙең район намыҫын республика конкурсында яҡлаясаҡ. Уңыштар һеҙгә, Земфира Марат ҡыҙы, беҙ һеҙгә ышанабыҙ!
Конкурсанттарҙы шулай уҡ район мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошмаһы рәйесе А.С. Амакасова йылы ҡотланы һәм уларға “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына подпискаға сертификаттар тапшырҙы. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары ла буш ҡул менән килмәгәйне, улар ҙа педагогтарҙы иҫтәлекле бүләктәр менән ҡыуандырҙы. Ә инде мәктәп уҡыусылары тырышлығы менән әҙерләнгән матур концерт номерҙары барыһының да күңеленә хуш килде.
Финал тамамланды, әммә яуланаһы үрҙәр алда әле. Сөнки уҡытыусы хеҙмәте – ул мәңгелек эҙләнеү, ижад һәм үҙе үк тормош...
Зөбәржәт Һиҙиәтова.
В. Климов фотолары.
Читайте нас: