Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Май 2019, 19:36

Еңеүселәр араһында беҙҙекеләр ҙә бар

Уҙған аҙнала Өфөлә "Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр берлеге" ассоциацияһының VIII съезы булып үтте.

Уҙған аҙнала Өфөлә "Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр берлеге" ассоциацияһының VIII съезы булып үтте.
Съезда ҡанашыусыларҙы Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәбрикләп, муниципаль хеҙмәткәрҙәр алдында торған аныҡ бурыстар һәм маҡсаттар менән таныштырҙы.
Башҡортостандың идара итеү командаһында амбициялы кешеләр, тормошҡа ашырырға тейешле бурыстары даими арта барған ысын лидерҙар эшләргә тейеш, тип белдерҙе республика етәксеһе. “Залдағылар шуны ныҡлы аңларға тейеш: республиканың именлеге, халыҡтың лайыҡлы тормошо төбәк һәм муниципаль властың берҙәм эшенә бәйле. Кешеләрҙе буш вәғәҙәләр менән ышандырырға ярамай, һөҙөмтә кәрәк. Беҙҙең халыҡ хәбәр һатыуҙан һәм алдауҙан арыған. Әгәр ниҙер вәғәҙә иттегеҙ икән, был эшләнергә тейеш. Муниципалитет, ауыл биләмәһе башлыҡтары кешеләр менән даими осрашырға, граждандарҙы ҡабул итеү ойошторорға, уларҙың проблемаларын хәл итергә тейеш”, – тине Радий Фәрит улы. Чиновниктар һәр ваҡыт уҡырға, өйрәнергә тейеш, бының өсөн республикала семинарҙар уҙғарылып тора. Башҡа төбәктәрҙең тәжрибә өлгөләренә лә иғтибар итеү мөһим. Властағы кеше намыҫлы, тәртипле, изге күңелле булырға тейеш.
Съезда муниципаль хеҙмәт-кәрҙәргә Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын һәм йыл һайын үткәрелеүсе “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсында еңеүселәргә дипломдар тапшырыу церемонияһы ла булып үтте.
Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең район вәкилдәре лә бар.
Йылайыр ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Александр Геннадьевич Годуленко “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсының “Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре халҡы менән һөҙөмтәле “кире бәйләнеш”те тәьмин итеү, территориаль йәмәғәт үҙидараһын үҫтереү һәм граждандарҙы бүтән формаларҙа урындағы үҙидараны ғәмәлгә ашырыуға (ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатна-шыуға) йәлеп итеү” номи-нацияһында 1-се урын өсөн диплом менән бүләкләнде.
Ә Иван-Ҡыуалат ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Александр Владимирович Назаров әлеге конкурстың “Муниципаль иҡтисад сәйә-сәте һәм муниципаль финанстар менән идара итеү” номинацияһында 2-се урын өсөн дипломға лайыҡ булды.
Ҡотлайбыҙ!
Ф.Мортаев.
Читайте нас: