10 декабрҙә старт аласаҡ ярыш ҡала округтары һәм ауыл биләмәләре араһында ойошторола. Призлы урындарҙы билдәләгәндә комиссия байрам ҡаласыҡтарының биҙәлешен, яҡтылыҡ элементтарын, иллюминацияларҙы, байрамдың төп атрибуты – яңы йыл шыршыһының ҡупшылығын, скульптура композицияларын, боҙ һындарҙы, ҡар тауҙарын баһалаясаҡ.
Иң яҡшы яңы йыл ҡаласыҡтары булдырған муниципаль берәмектәрҙең хакимиәттәренә аҡсалата премия ҡаралған: беренсе урынға – 500 мең һум, икенсе урынға – 200 мең һум, өсөнсө урынға – 150 мең һум. Бүләк фонды муниципаль берәмекте төҙөкләндереүгә йүнәлтелә.