Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
6 Декабрь 2019, 13:20

“Донъя халыҡтарының Яңы йыл йолалары” фестивале старт алды

3 декабрҙән райондың белем биреү ойошмаларында “Донъя халыҡтарының Яңы йыл йолалары” фестивале старт алды. Фестиваль Башҡортостан Республикаһының “Взлетай” проекты һәм республика Мәғариф министрлығының “Тематик шәмбеләр үткәреү тураһындағы” хаты сиктәрендә район мәғариф бүлеге тарафынан ойошторала.

Фестивалдең төп маҡсаты – донъя халыҡтарының мәҙәниәтен өйрәнеү һәм үҫтереү, Яңы йыл йолаларын һаҡлап ҡалыу, уларҙы ата-әсәләр һәм балалар араһында популярлаштырыу, уҡыусыларҙа һәм ата-әсәләрҙә яҡшы рухи һәм әхләҡи сифаттарҙы нығытыу, балаларҙа илһөйәрлек, донъя халыҡтарының йолаларына, мәҙәниәтенә, тарихына хөрмәт тәрбиәләү.
Фестиваль сиктәрендә белем биреү ойошмаларының һәр класы йәки төркөмө иң тәүҙә берәй илде һайлай. Шунан һайлаған иленең Яңы йыл йолаһына ярашлы бүлмәне биҙәй, традицион ризыҡтарынан табын әҙерләй һәм, әлбиттә, шул илгә бәләкәй генә “сәйәхәт” ойоштора – костюмдар тегәләр, байрамдың нисек үтеүен күрһәтәләр, шул телдә шиғырҙар ятлайҙар, бейеүҙәрен өйрәнәләр – һәр кемдең фантазияһынан тора.
Белем биреү ойошмаларының әҙерлеген район хакимиәте, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, “Ғаилә” район-ара үҙәге, райондың мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре вәкилдәренән торған махсус комиссия баһалай.
Әлеге көндә комиссия Матрай ауылының балалар баҡсаһы һәм мәктәбе тәҡдим иткән “сәйәхәткә” барып ҡайттылар.
Читайте нас: