Был чемпионат Башҡортостан Рсепубликаһының 100 йыллығына бағышланды. Сараның төп маҡсаты белем биреү роботехниканы популярлаштырыу, балаларҙың фән-техника ижадына стимул биреү.
Чемпионат сиктәрендә Майло йыйыу, атлаусы роботтар көрәше, һәм “Тау эшендә робот” темаһына проекттарҙы һаҡлау кеүек ярыштар булды.
Сара һөҙөмтәләре буйынса “Тау эшендә робот” ярышында Йылайыр ауылының “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһының “Рободетки” командаһы (етәксеһе Ә. Т. Аҙнабаева) 1-се урын яуланы. Афарин!