Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Ғинуар 2020, 12:49

“Етегән-2020” конкурсы һеҙҙе көтә!

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында тәҡдим ителгән "Мәҙәниәт" дәүләт проекты ярҙамында Башҡортостанда башҡарыласаҡ эштәр бихисап.

“Етегән-2020” асыҡ республика конкурсында ҡатнашыуға заявкалар 25 февралгә тиклем ҡабул ителә.
Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә:
– башҡорт телендә мөхәббәт тураһында шиғырҙарҙы иң яҡшы уҡыу;
– башҡорт бейеүе башҡарыу;
– башҡорт телендә мөхәббәт тураһында иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм (5 минуттан артмаҫҡа тейеш);
– башҡорт телендә иң яҡшы флаерҙар һәм открыткалар;
– “Мөхәббәт” темаһына иң яҡшы фоторәсемдәр;
– башҡорт йырҙары һәм музыкаһы менән “Етегән” байрамына иң яҡшы флешмоб.
Конкурс шарттары буйынса жюри һәр номинацияла призлы өс урынды билдәләй. Еңеүселәр һәм лауреаттар 1 март – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә “Етегән” республика башҡорт байрамында ойоштороу комитетынан дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнә.
Ҡатнашыусының заявкаһы (1-се ҡушымта) менән конкурс материалдары
25 февралгә тиклем ошо электрон адресҡа ебәрелә: [email protected]
Бәйләнеш өсөн телефондар:
  • Әсфәндиәрова Эльвира – 89374917399
    Әбсәләмова Гөлдәр – 89373388760
  • 1-се ҡушымта
    Заявка
    на участие в открытом республиканском конкурсе «Етегән-2020», проводимом в рамках Республиканского башкирского праздника
    «Етегән» – День семьи, любви и верности

    Ф.И.О. (полностью, без сокращений):
    Дата рождения:
    Адрес (для обратной связи):
    Место учебы или работы, должность:
    Телефон, е-mail (для связи организаторов с вами):
    Название номинации:
    Читайте нас: