Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Ғинуар 2020, 12:30

Конкурстың беренсе этабы үтте

«Айыҡ ауыл-2019» республика конкурсының беренсе этабында 464 ауыл ҡатнашты. Муниципаль этапта — 54 райондың 52-һенән (Мәсетле һәм Салауат райондарынан тыш) ауыл биләмәләре. Шуларҙың 47-һе киләһе этапҡа үтте. Бөгөн матбуғат конференцияһында БДМУ профессоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Марсель Тойғонов ошо хаҡта һөйләне.

Проект графигына ярашлы, был ҡатнашыусылар 25 февралдән 28-енә тиклем презентация яҡларға тейеш. Конкурс еңеүселәрен билдәләү өсөн 1 марттан 10-ына ҡәҙәр интернет аша тауыш биреү ойошторола. Конкурсҡа йомғаҡ 2020 йылдың 20 мартына тиклем яһала.
Конкурс комиссияһы ҡатнашыусыларҙы саралар ойоштороу һәм үткәреү буйынса ғына баһаламай, социаль селтәрҙәрҙә әүҙемлек, киң мәғлүмәт сараларында мәғлүмәт таратыу кеүек эш тә иҫәпкә алына. Айыҡ тормошто пропагандалауға арналған мәғлүмәтте социаль селтәрҙә ауыл биләмәһе һәм муниципаль райондың исемен ҡуйып, #Айыҡауыл2019, #Трезвоесело2019 хештегтары менән билдәләү зарур.
Еңеүселәр Башҡортостан Республикаһы Хәкүмәтенең дипломдарына лайыҡ була һәм аҡсалата билдәләнә: беренсе урын – 500 мең һум; икенсе урын — 250 мең һум; өсөнсө урын – 150 мең һум. Ойоштороу комитеты ҡарарына ярашлы, аҡсалата бүләк ауыл биләмәһе үҫешенә тотонола.
Финалға сыҡҡан ун ике ауыл Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары һәм 25 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә. Интернет-ҡулланыусыларҙың социаль селтәрҙәрҙә әүҙемлеген иҫәпкә алып, ойоштороу комитеты 20 әүҙем ҡатнашыусыны билдәләй: уҡытыусыларға, журналистарға, хаҡлы ялдағыларға, мәҙәниәт һәм спорт хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары һәм 10 мең һумлыҡ бүләктәр тапшырыла.
«Айыҡ ауыл» конкурсы барышында республикала эскелек мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу бәйләнеш ойошторола, — тип һөйләне Марсель Тойғонов. — 22-23 ғинуарҙа наркологтар, психологтар, психотерапевтар республика халҡына бушлай аноним консультация бирә. Был көндәрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем 8-800-7000-183 номеры буйынса бушлай шылтыратып, эскелек, наркомания, дауаланыу менән бәйле һорауҙарға яуаптар алырға мөмкин.
“Башинформ”.