Яҡташтарыбыҙ яҙ Мәскәүҙә сығыш яһарға йыйына. Уйын Беренсе каналда күрһәтеләсәк. Әлегә команда көн дә репетициялар ойоштора, яңы миниатюралар ҡуя, ҡыҙыҡлы музыкаль композициялар өҫтөндә эшләй.
Маҡсаттары – Юғары лигаға эләгеү. Әйткәндәй, Сочиҙа үткән фестивалдә 457 команда ҡатнашҡайны, шул иҫәптән ун алтыһы – Башҡортостандан була. Юмор оҫталары жюри ағзаларын хайран ҡалдырырға тырыша һәм ниһайәт һуңғы биш йыл эсендә тәүге еңеү – "Республика йөҙҙәре" командаһы телевизион Лигаға үтте.