Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Февраль 2020, 18:30

Интернет-конкурста ҡатнашығыҙ!

Башҡорт теле йылында БР-ҙың Әҙәбиәт музейы тарафынан «Бикбайҙы уҡыйбыҙ» видеороликтар интернет-конкурсы үткәрелә. Конкурс Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Рауил Бикбаевтың ижадына бағышланған һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығының «Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында» Указы сиктәрендә үткәрелә.

Унда Башҡортостан һәм яҙыусының тыуған яғы — Ырымбур өлкәһе белем биреү учреждениеларының (мәктәп, лицей, гимназия, колледж) 1-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларҙың йәш категорияһы: 7-нән 9 йәшкәсә;10-дан 13 йәшкәсә;14-тән 17 йәшкә тиклем.
Ғаризалар һәм конкурс эштәре 10 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Видеороликтың оҙайлылығы биш минуттан артмаҫҡа тейеш.
Конкурста ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы төркөмөнә ҡушылырға кәрәк.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 20 апрелдә Ырымбур өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәрен билдәләгән ваҡытта буласаҡ.
Читайте нас: