Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Сентябрь 2020, 11:10

Конкурстарҙа ҡатнашығыҙ

Фотобәйге “Йәй – объективта” тип атала

Өфөлә “Йәй – объективта” тигән фотоконкурс башланды. Ул 21 сентябргә тиклем дауам итә. Ойоштороусыһы – Өфөнөң Үҙәк ҡала китапханаһы.

Бәйгелә 6 йәштән алып һәр Рәсәй гражданы ҡатнаша ала. Бының өсөн [email protected] электрон адресына, 4 сентябрҙән дә ҡалмай, заявка һәм фотоны ебәрергә, хаттың темаһында конкурстың исемен мотлаҡ күрһәтергә кәрәк.
Бәйге өс этапта бара.
Беренсеһе – 24 августан 4 сентябргә тиклем – ҡатнашыусыларҙан заявка һәм эштәрен ҡабул итеү. 4 сентябрь көнө киске сәғәт 5-кә тиклем ебәреп өлгөрөргә кәрәк.
Икенсеһе – 8–14 сентябрь – һайлап алыуға тауыш биреү. Ул Өфө Үҙәк китапханаһының “Бәйләнештә”ге рәсми сәхифәһендә: https://vk.com/biblio_ufa үткәрелә. Тауыш бирер өсөн оҡшаған фотоһүрәт аҫтындағы комментарийға + билдәһе ҡуйыр кәрәк. Иң күп тауыш йыйған 10 ҡатнашыусы 3-сө этапҡа үтә. Тауыш биреү 14 сентябрҙә киске 5-тә тамамлана.
Өсөнсөһө –финал. Тауыш биреү 17 сентябрҙән 20-һенә, шулай уҡ киске 5-кә тиклем www.ufa-lib.ru сайтында бара. Уның һөҙөмтәләре буйынса 3 еңеүсе билдәләнә.
Еңеүселәр электрон рәүештә I, II һәм III дәрәжә дипломы ала, ә ҡатнашыусылар барыһы ла электрон сертификат менән билдәләнә.
Фотоконкурс тураһында тулы мәғлүмәт, конкурстың положениеһы менән https://ufa-lib.ru/konkursy сайтында танышырға мөмкин.
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас: