Ауыл уттары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Октябрь 2020, 16:42

“Ынйылар” – финалда!

“Байыҡ” башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың республика телевизион конкурсы быуаттар дауамында тупланған халыҡсан башҡарыу оҫталғын тергеҙеүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән. Халыҡ башҡарыуындағы бейеү – ул халыҡтың күңеле. Ә ниндәй һуң башҡорт милләтенең күңеле? Ипле, ихлас, эшһөйәр, рухлы һәм ғорур... Тап ошо һыҙаттарҙы, тимәк, халыҡ күңелен “Байыҡ”та күрһәтергә өлгәшә алды Йылайыр бейеүселәре.

“Ынйылар” фольклор бейеү ансамбленең конкурстағы сығыштары ҡыҙыҡлы, аңлайышлы, үҙенсәлекле, тамашасыларҙа һоҡланыу тойғоһо уятырлыҡ булды. Улар башҡарған бейеүҙәрҙә быуындар бәйләнеше лә, рух та, йолалар ҙа сағылыш тапҡан. “Ынйылар”ыбыҙ “Байыҡ”конкурсы финалына үтеп ҡайтыуы тиккә генә түгел.
“Ынйылар” ансамбле быйыл ғына барлыҡҡа килде. Унда 20 ҡатын-ҡыҙ бейей. Йәштәре лә төрлө – 20 йәштән 70 йәшкә тиклем. Бында ниндәй генә һөнәр эйәһе юҡ: тәрбиәсе, уҡытыусы, ветеринар, студенттар, “Тәңкәбикә” ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары, пенсионерҙар һ.б.
– Йылайырҙа йәштәрҙән һәм ололарҙан торған, быуындарҙы берләштергән ҙур фольклор бейеү ансамбле төҙөү күптәнге хыялым ине, – ти төркөмдөң етәксеһе Лилиә Ураҡова. – Йәштәрҙең дәртлелеген, ололарҙың аҡылын, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған бейеүҙәр менән республика кимәленә – “Байыҡ”ҡа сығырға тигән тағы бер маҡсатым да булды.
Лилиә Ураҡова үҙе лә “Байыҡ” сәхнәһендә үҫкән. Был конкурста ул йыл һайын ҡатнашып килә, призлы урындар яулағаны ла бар. Мәҫәлән, “Байыҡ”тың балалар конкурсында 2009 йылда 3-сө урын алған. Бейеү өйрәтеү менән шөғөлләнә башлағас, конкурсҡа балаларҙы алып сыға: 2016 һәм 2017 йылдарҙа улар лауреат булалар. Ә 2018 йылда Лилиәнең Рәмилә Мостафина менән дуэты 2-се урынды яулай. Быйыл инде Лилиә, тәүәккәлләп, фольклор бейеү ансамблен төҙөү тураһындағы хыялын тормошҡа ашыра.
– Бейеүселәрем тырыш. Беҙҙә бит төрлө һөнәр эйәләре, күпселеге эшле, ғаиләле ҡатын-ҡыҙҙар. Әммә улар көн дә эштән һуң, ирҙәрен, балаларын өйҙә ҡалдырып, репетицияларға йөрөйҙәр, – тип маҡтай бейеүселәрен ансамбль етәксеһе. – Репетициялар бик күңелле үтә. Хатта сәғәткә ҡарарға онотоп, төнгө ун икегә тиклем шөғөлләнгәнебеҙ булды. Мине лә, йәш тип, һанға һуҡмай тормайҙар, ә киреһенсә, әйткәндәргә ҡолаҡ һалып, ихтирам менән тыңлайҙар – уларға бының өсөн рәхмәт.
Райондың мәҙәниәт һәм ял үҙәге директоры Рәмилә Мостафина Лилиә кеүек тырыш, йәш таланттарҙы күтәреү, уларҙың дәрттәрен һүндермәй, киреһенсә, арттырып тороу өсөн күп тырышлыҡ һала. Юына әле лә Йылайырҙа яңы фольклор бейеү төркөмө барлыҡҡа килеп хуплап сыға һәм ансамблгә “Байыҡ” телевизион конкурсына ҡатнашыуҙа финанс һәм кейем мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.
“Ынйыларға” бейеүҙәрҙе Сибай ҡалаһынан килгән балетмейстер Фәнил Әсәҙуллин ҡуя. “Байыҡ” конкурсында ҡатнашгыу өсөн онлайн-кастинг үткәс, “ынйылар” беренсе турға “Йылайырым – йәнтөйәгем” тигән бейеү менән баралар. Был бейеүҙә улар ҡышҡылыҡҡа миндек әҙерләүҙе сәхнәләштерә. Бейеүгә нигеҙ итеп Эльмира Рәмова яҙған сценарийҙы алалар – бер нисә быуын ҡатын-ҡыҙҙары, йәнәһе, урман ҡосағында, таҡмаҡ-шиғырҙар аша тәбиғәткә дан йырлап, уның ҡөҙрәтен маҡтай-маҡтай, Йылайыр миндегенең файҙаһын билдәләй, мөнәжәттәр әйтеп, миндек йыя. Эльмира Рәмова әйтеүенсә, ул был сценарийҙы йылдан ашыу элек яҙған һәм күптән сәхнәгә сығарырға хыялланған. Фәнил Әсәҙуллинға яҙмаһын күрһәткәс, ул, оҙон-оҙаҡҡа һуғмай, бейеү ҙә һалып бирә.
– Йылайыр сәхнәһенә генә сығарырға тип уйлап йөрөй инек, ә ғәмәлдә бөтә республика күрҙе, – тип ҡыуына Эльмира апай.
“Байыҡ” конкурсының жюри ағзалары “Йылайырым – йәнтөйәгем” бейеүен 99 балға баһалайҙар. Ә бына 2-се турҙа күрһәткән “Йәдкәр” бейеүе 100 балл йыя. Был бейеүҙе Фәнил Әсәҙуллин Йылайыр ауылының “Тәңкәбикә” ағинәйҙәр ойошмаһында ҡунаҡта булғанда уларҙың ҡул эштәрен күреп илһамланып, хайран ҡалып ҡайтҡандан һуң уйлап сығара. Баҡһаң, балетмейстерҙы ағинәйҙәрҙең шартына килтереп, белеп тегелгән башҡорт милли кейем-биҙәүестәре һәм айырыуса Рәйсә Янбаеваға ҡәйнәһенән ҡалған, 1880 йылдарҙа сигелгән таҫтар бик ҡыҙыҡһындырған һәм “Эх, ошоларҙы сәхнәгә сығарып күрһәтергә ине!” – тигән уй тыуған. Бейеү барышында бейеүселәр һандыҡтан төрлө-төрлө әйберҙәрҙе, ҡул эштәрен алып күрһәтәләр. Жюри ағзалары, аҙаҡ әйткәндәренсә, һандыҡтан тағы ла ниндәй аҫыл әйбер сығарырҙар икән, тип түҙмәй көтөп ултырғандар. Әле бер кем дә сәхнәгә бындай бай һандыҡ сығармаған!
Әлеге көндә “Ынйылар” фольклор бейеү ансамбле “Байыҡ”тың гала-концертына әҙерләнә, ул ноябрь аҙаҡтарында буласаҡ. Уларға финалда еңеү менән ҡайтыуҙарын, тәрән йөкмәткеле яңынан-яңы бейеүҙәр тыуҙырып, рухыбыҙҙы байытып, районда башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индереп, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ!
Читайте нас: