Ауыл уттары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Ноябрь 2020, 18:15

Конкурс Башҡорт теле көнөнә арнала

14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнө айҡанлы үҙенсәлекле интернет-конкурс башланды. Ул “Vibeргә” тип атала.

Конкурстың маҡсаты – социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телле контентты арттырыуға булышлыҡ итеү, башҡорт теленә, милләтебеҙҙең тарихына һәм шәжәрәләргә иғтибарҙы көсәйтеү.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй. Ә нимәләр эшләргә һуң? Ҡатнашыусылар үҙҙәрен ике йүнәлештә һынап ҡарай ала: “Башҡорт телендәге иң яҡшы открытка” һәм “Башҡорт телендәге иң яҡшы вайн”. Уларҙы 7 декабргә тиклем “Бәйләнештә” йәки “Инстаграм” социаль селтәрҙәренә һалырға кәрәк. Конкурстың шарттары менән тулыраҡ рәсми аккаунттарҙа таныша алаһығыҙ: @bashkort_postcards һәм @bashkort_vine.
Баһалама составы билдәле башҡорт вайнерҙарынан, блогерҙарынан һәм башҡаларҙан торасаҡ. Еңеүселәргә 3 меңдән 50 мең һумғаса аҡсалата бүләктәр ҡаралған.
Әйҙәгеҙ, дәртләнеп эшкә тотоноғоҙ! Бәлки, башҡорт телендәге иң яҡшы открытканы йәки вайнды тап һеҙ ижад итерһегеҙ?!
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: