Сибай гимназия интернатында, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы Таңсулпан Ғарипова призына йәш ижадсылар төбәк конкурсы ойошторолдо. Был ижади бәйге, үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләп, төбәк-ара конкурс киңлеген алған. Конкурс шарттары буйынса һәр ҡатнашыусы икешәр ижади эшен ебәрергә тейеш ине. Эштәр өс йүнәлеште – проза, шиғриәт һәм журналистиканы үҙ эсенә алды. Ҡашҡар мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Фидәлиә Ҡоҙашева был бәйгенең журналистика бүлегенә ике мәҡәлә ебәрҙе. Беренсе мәҡәләһе хеҙмәт ветераны, ҡартатаһы Ҡоҙашев Кинйәғәле олатайҙың тормош юлына арналған булһа, икенсе эше “Тәбиғәтте һаҡлайыҡ!” тип атала ине. Ҡартатаһына арналған мәҡәләһе “Ауыл уттары” гәзитендә лә донъя күрҙе. Әйкәндәй, Фидәлиәнең ер-һыу проблемаларын күтәргән ижади эшен матбуғат хәбәрсеһе Кәримә Усманова юғары баһалап үтте. Тырыш ҡыҙ бәйгенең журналистика бүлеге буйынса 2-се урын яуланы. Юлдыбай урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Айгүзәл Мортаева проза йүнәлешен һайлаған. Етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирҙәүес Абдулхаҡ ҡыҙы Ҡашҡарова уҡыусыһы тураһында: “Айгүзәл бик һәләтле ҡыҙ. Конкурсҡа “Әсә күңеле”, “Ысын дуҫлыҡ” тигән хикәйәләрен ебәрҙе. Әҫәрҙәрендә бөгөнгө кешеләр араһындағы әҙәп-әхлаҡ сифаттары, дуҫлыҡҡа тоғролоҡ кеүек проблемаларҙы күтәрә. Йәштәштәренең уй-кисерештәрен уҡыусыға еткерергә тырыша”, – тип йылы һүҙҙәр менән телгә алды. Һәләтле ҡыҙ проза йүнәлеше буйынса 3-сө урын алып ҡыуанды. Шулай уҡ ошо мәктәп уҡыусыһы Камила Нәзирова ла дәртләндереү призына лайыҡ булды. Һабыр урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Тәнзилә Таһирова поэзия бүлегенә эштәрен ебәргән. Матурлыҡҡа ғашиҡ һылыу ҡыҙ ул Тәнзилә. Бар яҡтан да уңған ҡыҙ район һәм республика күләмендә үткәрелгән олимпиада, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап килә. Тәнзиләнең йөрәк түренән сыҡҡан шиғырҙары конкурста 2-се урын яуланы. Ҡыҙҙарҙың барыһы ла Маҡтау грамоталары, китаптар һәм сертификаттар менән бүләкләнде. Уларҙың ижад ҡомарын үҫтереүсе етәкселәре – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Юлгилдинаға, Фирҙәүес Абдулхаҡ ҡыҙы Ҡашҡароваға, Римма Сәмиғулла ҡыҙы Ҡоҙашеваға Рәхмәт хаттары тапшырылды. Бәйгелә яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың булыуы ла кисәгә ҙур мәртәбә өҫтәне. Әҙибәнең йәш ижадсыларҙы ололап, тәбрикләп әйткән һүҙҙәренән көс-ҡеүәт алып ҡайттыҡ.