Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Март 2021, 10:56

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” V республика конкурсының финалы үтте

Бына ошо мәртәбәле конкурста һәм бүләкләү тантанаһында ҡатнашыу бәхете, районыбыҙҙан күп балалы әсә һәм әүҙем тормош алып барған, башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Зөмәрә Нурфәйез ҡыҙы Аҡҡужинаға йылмайҙы

«Быға тиклем республика кимәлендә генә үткәрелеп килгән, ә инде быйыл бөтә Рәсәй кимәленә күскән был сара минең күңелемдә йылы, сағыу иҫтәлектәр ҡалдырҙы. Тантананың тәүге өлөшөндә депутаттарҙың һәм спонсорҙарҙың бүләктәре тапшырылды, икенсе өлөшөндә инде Гөлнур Ҡолһарина 14 өлкән йәштәге әүҙем, билдәле ҡатын-ҡыҙҙарға, милләтебеҙҙең, йәмғиәтебеҙҙең үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн ойошманың төп наградаһын – Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалын тапшырҙы. “Уңышлы һәм өлгөлө балалар үҫтергән күп балалы әсә”, “Ҡатын-ҡыҙ – мәҙәниәт эшмәкәре”, “Ҡатын-ҡыҙ – лидер”, “Йәштәр хәрәкәте лидеры”, “Ҡатын-ҡыҙ – педагог”, “Ҡатын-ҡыҙ – ғалимә”, “Бизнес-леди” кеүек ун төрлө номинацияла билдәләнеүсе һәм ҡатнашыусы гүзәл заттар менән күрешеп, аралашып, нисектер күңелде тулыландырып, матур атмосферала осрашып ҡайттым", - тип шатлығы менән уртаҡлашты Зөмәрә Нурфәйез ҡыҙы.
Был саранан тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: