Ауыл уттары
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Март 2021, 10:47

Иң яҡшы электрик һәм иң яҡшы сантехник кем?

Ғинуар аҙаҡтарында районда торлаҡ-коммуналь өлкәһендә «Иң яҡшы электрик» һәм «Иң яҡшы сантехник» һөнәри оҫталыҡ конкурсы иғлан ителгәйнеКемдәр беренсе урындарҙы яуланы икән? Уҡығыҙ!

Ошо өлкәлә эшләүселәрҙең оҫталыҡтарын асыҡлау маҡсатында ойошторолған был конкурста 8 һөнәрмән ҡатнашты. Ошо көндәрҙә ярышҡа йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Һөҙөмтәләр конкурсанттарҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен нисек үтәүе, эш ваҡытын нисек файҙаланыуы, эшенең сифаты, булған технологияларҙы нисек ҡулланыуы буйынса билдәләнде.
Шулай итеп, был бәйгелә электриктар араһында 1-се урын Юлдыбай ауылынан Айрат Зөлҡәрнәевҡа, 2-се урын – Йылайыр ауылынан Айнур Кинйәбаевҡа һәм 3-сө урын Дмитриевка ауылынан Алексей Борисовҡа бирелде.
Ә сантехниктар араһында беренсе урынды Йылайыр ауылынан Сергей Яковлев яуланы. Матрайҙан Алик Мәхийәнов менән Йылайырҙан Дмитрий Кошелев икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште.
Бәйгелә ҡатнашыусылар менән район хакимиәте башлығы Б.Н.Мелкоедов осрашты. Ошо конкурста ҡатнашып, тәжрибә уртаҡлашҡандары өсөн уларға рәхмәт әйтте һәм уларҙың һөнәре, хеҙмәте кешеләр өсөн һәр ваҡыт кәрәк буласағын билдәләп үтте.
Фото: В.Климова.
Читайте нас: