Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Май 2021, 14:35

Йылайырҙа «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһе үтте

«Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә район мәктәптәренән 37 йәш сәсән көс һынашты.

Бәйгеселәрҙе район мәғариф бүлеге начальнигы Г.Х.Айытҡолова сәләмләне. Барыһына ла уңыштар, сәмле ярыш теләне.
Бар уҡыусылар ҙа бәйгегә етди әҙерләнеп килеүе менән һоҡландырҙы. Шулай ҙа, бәйге булғас, еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә була. быйылғы бәйгенең еңеүсеһе булып Юлдыбай урта мәктәбе уҡыусыһы Гөлназ Солтанғоловаға танылды. (Етәксеһе Ф.Й.Ҡашҡарова).
«Урал батыр» эпосы Башҡортостандың әҙәби ҡомартҡыһы булып һанала. Эпосты фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов 1910 йылда Баймаҡ районына этнографик экспедицияға барған сағында яҙып алған. Унда изгелек менән яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, юғары маҡсат өсөн үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү һәм батырлыҡ һүрәтләнә.
Читайте нас: